Мархасин Виктор Ильич (1944–28.11.1987), ғалим-тау инженеры, геофизик. 1971—1987 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1987). Сығышы менән Баҡы ҡалаһынан.
Тимерғәлиева Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы (1949—14.09.2020), йырсы. 1976–1998 йылдарҙа Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһының солист-вокалисы. Татар АССР‑ының (1991) һәм Башҡортостан Республикаһының (2020) халыҡ артисы. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға республика йәш йырсылар конкурсы (Өфө, 1971), «Татар йыры» халыҡ‑ара эстрада фестивале (Ҡазан, 2013) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан РеспубликаһыныңБорай районыҠотлояр ауылынан.
тулы исемлек
Хөснөтдинова Эльза Камил ҡыҙы (1954), ғалим-генетик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2016), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), биология фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015).
Миронов Ринат Ғаян улы (1959), ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, эске эштәр органдарының элекке хеҙмәткәре. Юридик фәндәр докторы (2007). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.