Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (121) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
10 апрель юбилярҙары
|
тулы исемлек
- Дементьев Евгений Павлович (1939—27.02.2021), ветеринар врач-ғалим. 1969 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994—2009 йылдарҙа зоогигиена, эпизоотология һәм ветеринария-санитария экспертизаһы кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар врачы (1980), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).
- Хәйруллин Наил Ғиндулла улы (1939—19.09.2011), иҡтисадсы-ғалим. 1990—2007 йылдарҙа Ҡазан финанс‑иҡтисад институты ректоры. Иҡисад фәндәре кандидаты (1974), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006) һәм почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1991). Дуҫлыҡ ордены (1999) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Тәпәреш ауылынан.
- Чернова Надежда Алексеевна (1939—2019), табип. Мәләүез район үҙәк дауаханаһының элекке педиатры, бүлек мөдире, баш табип урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
- Кәримова Лилиә Ҡаҙим ҡыҙы (1954), гигиенист-ғалим, эпидемиолог. 2004—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фәхретдинов Фәнил Инсап улы (1954), агроном, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2001 йылдан «Башҡортостан» машина-технологик станцияһының Миәкә филиалы директоры, 2006 йылдан «Үҙәк» (элекке «Башҡортостан») машина-технологик станцияһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәйҙең (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2004), Рәсәй агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Әнәс ауылынан.
- Щемелинина Фәнзилә Фәнзил ҡыҙы (1964), тренер-уҡытыусы. Өфө ҡалаһының 34-се спорт мәктәбенең директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районынан.
- Йәнтурина Нэлли Хатмулла ҡыҙы (1964), гематолог-ғалим. Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһының гематология бүлеге мөдире. Медицина фәндәре докторы (2016). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005).
|
|