Һайланған мәҡәлә
Рёкалағы рун яҙмалы таш, көнбайыш яғы
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания , Швеция һәм Норвегияла , X —XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла , ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы… :
Исемлек (121) | Үҙгәртеү
Яҡшы мәҡәлә
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл ) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР -ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы ) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан .
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә , Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
25 ғинуар юбилярҙары
Ғирфанов Вәкил Кәли улы (1909—10.05.1980), агробиолог-ғалим , йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1980 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институтының директор урынбаҫары, директоры. 1975—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1965), профессор (1967). РСФСР -ҙың (1969) һәм Башҡорт АССР-ының (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), Халыҡтар дуҫлығы (1979), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), Почёт Билдәһе (1966) ордендары кавалеры.
Фәтхуллин Бәлхи Фәиз улы (1909—?), медик -педагог . Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте майоры . 1947—1950 йылдарҙа Өфө фельдшер-акушер мәктәбе (хәҙер Өфө медицина колледжы) директоры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылынан .
тулы исемлек
Зәки Мәхмүтов (1934—17.02.2008), йырсы , педагог. 1976 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. 1998—2007 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы . РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1976) артисы.
Әбдрәшитова Роза Фәррәх ҡыҙы (1934), элемтәсе. 1951—1995 йылдарҙа Ишембай ҡала элемтә үҙәге телеграфисы . Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән Стәрлетамаҡ районының 1970 йылдарҙа күсерелгән Аллағыуат ауылынан.
Байтурина Вазифа Хәмит ҡыҙы (1939—21.04.2005), педагог, мәғариф , комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1982—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 10-сы (1980—1985) һәм 11-се (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981, 1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры.
Вәлиев Ильяс Иштуған улы (1949), педагог-ғалим. Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), Халыҡ-ара педагогия академияһының мөхбир ағзаһы (1996), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2009), педагогия фәндәре докторы (1999), профессор (2010). СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1988), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү отличнигы (2003) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2000).
Исмәғилев Фоат Ришат улы (1949) химик-технолог -ғалим. 2004 йылдан Өфөләге «Текойл» йәмғиәте директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 2010 йылдан — Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү буйынса ғилми-тикшеренеү һәм проект институты хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (2000).
Ғилманова Рәйхана Ғарифулла ҡыҙы (1954), журналист , бер нисә киң мәғлүмәт сараһының элекке мөхәррире. 1987—1993 йылдарҙа Башҡортостанда экологик йәмәғәт ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнашыусы. Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союздарыы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2001).
Афонин Сергей Иванович (1959), инженер , иҡтисадсы -ғалим, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1996 йылдан Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы, 2010 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, 2012—2018 йылдарҙа торлаҡ-коммуналь хужалығы министры. Башҡортостан Республикаһының 1-се (1995—1999), 2-се (1999—2003) һәм 6-сы (2018—2023) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе . «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Күмертауҙың почётлы гражданы (2011). Сығышы менән ошо ҡаланан .
Кривошеев Александр Сергеевич (1964), математик -ғалим. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт университеты , 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Физика ‑математика фәндәре докторы (1994). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.