Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (121) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
20 декабрь юбилярҙары
|
тулы исемлек
- Әсфәндиәров Закир Лотфрахман улы (1918—4.01.1977), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Үтәк ауылынан.
- Лисафин Николай Петрович (1923—?), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан «Туймазабурнефть» тресы быраулау контораһы, 1958—1979 йылдарҙа — «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы быраулаусыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Бөгөлмә районы Чирков ауылынан.
- Шакиров Үлмәҫ Шакир улы (1923—20.08.1998), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Яңы Аҫау ауылынан.
- Ғарифуллин Фәрит Шәрифулла улы (1928—16.08.2018), агроном-ғалим, йәмәғәтсе. 1980—2009 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980 йылдан тупраҡ ғилеме кафедраһы мөдире, 1983 йылдан — фәнни эштәр буйынса проректор, 1990 йылдан игенселек һәм тупраҡ ғилеме кафедраһы мөдире. Башҡорт АССР-ының 11‑се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Перепелко Анна Денисовна (1928—?), малсы. 1962—1984 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының сусҡа ҡараусыһы. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971, 1973). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Любимовка ауылынан.
- Садиҡов Мәркәз Тимерхан улы (1928—?), нефть тармағы хеҙмәткәре. 1948—1996 йылдарҙа Туймазы технологик транспорт идаралығы водителе, автомототранспорт сараларының техник торошо контролеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Балтай ауылынан.
- Давыдков Виктор Константинович (1933), эске эштәр органдары хеҙмәткәре. 1963 йылдан Салауат ҡалаһы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1971 йылдан — бүлек начальнигы урынбаҫары, 1975—1989 йылдарҙа — бүлек начальнигы. Милиция полковнигы (1984). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2008). Ҡаланың почётлы гражданы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Дмитриевка ауылынан.
- Трофимов Фёдор Егорович (1938—15.09.2009), рәссам. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2003).
- Фазлетдинов Мөъмин Ғәләүетдин улы (1938—9.01.2005), агроном. 1968 йылдан Әбйәлил районы Шайморатов исемендәге колхоздың баш агрономы, 1981 йылдан «Путь Ленина», 1992—1996 йылдарҙа Шайморатов исемендәге колхоз рәйесе. СССР-ҙың 12-се саҡырылыш (1984—1989) Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының (1980) атҡаҙанған агрономы, ике «Почёт Билдәһе» ордены (1976, 1980) кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Байым ауылынан.
- Йәрмөхәмәтов Дамир Ҡаһарман улы (1948), педагог. 1973 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының хәҙерге 1-се, 1976 йылдан — хәҙерге 2-се мәктәп уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1987—1988 йылдарҙа балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы (1993), Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Кваркен районы Таналыҡ ауылынан.
- Фәтхуллин Таштимер Рәйес улы (1953), механизатор. 1971 йылдан Әбйәлил районы 22-се партсъезд исемендәге колхоз, 2005 йылдан — Сыбаркүл хужалығы механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1982), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1985). Сығышы менән Магнитогорск ҡалаһынан.
|
|