Һайланған мәҡәлә
|
Рёкалағы рун яҙмалы таш, көнбайыш яғы
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (121) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
5 декабрь юбилярҙары
|
- Йоносбаев Азамат Зияитдин улы (1928—1.10.1975), механизатор. 1944—1975 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һаҡмар» колхозы тракторсыһы, комбайнсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1957), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1966). Сығышы менән ошо райондың Йомаш ауылынан.
- Ғәлимшин Ғәли Баҙамша улы (1933), нефтсе. 1957 йылдан «Туймазабурнефть» тресының быраулаусы ярҙамсыһы, конструктор төркөмө инженеры, скважиналарҙы тултырыу буйынса мастер, өлкән мастер, өлкән инженер, трестың ПТО начальнигы; 1970 йылдан Өфө быраулау эштәре идаралығының РИТС, техник бүлек һәм хеҙмәтте фәнни ойоштороу лабораторияһы начальнигы, баш иҡтисадсы вазифаһын башҡарыусы, идаралыҡтың ПТО начальнигы. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районының Аҙнағол ауылынан.
тулы исемлек
- Сәлимов Нэиф Ғәҙелгәрәй улы (1938), водитель-нефтсе. 1951 йылдан Краснохолмский быраулау эштәре идаралығы водителе, 1988 йылдан Нефтекама производство-техник тәьминәт һәм ҡорамалдар менән комплектлау базаһының пневмокран машинисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Яңауыл ҡалаһынан.
- Әбдрәшитов Рәил Абдулла улы (1938), ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1975—1992 йылдарҙа Күмертау район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—1999 йылдарҙа Күмертау, аҙаҡтан Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы (1990—1995) һәм Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡрылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты (1995—1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Көйөргәҙе районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Мораптал ауылынан.
- Ғималов Әнүәр Нуриәхмәт улы (1948), механизатор. 1964 йылдан Әбйәлил районының 22-се партсъезд исемендәге колхозы, 1991 йылдан Әбйәлил тәжрибә хужалығы, 2005—2008 йылдарҙа «Сыбаркүл» кооперативы тракторсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо райондың Ҡушый ауылынан.
- Гәрәев Фәнис Флүн улы (1963), журналист. «Ҡыҙыл таң» республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Йөннө ауылынан.
- Әһлиуллина Клара Ишбулды ҡыҙы (1968), географ, энциклопедист, журналист, шағир һәм йәмәғәтсе. 2009—2020 йылдарҙа «Башҡорт энциклопедияһы» автономиялы дәүләт ғилми учреждениеһының директор урынбаҫары. 2014 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022).
|
|