Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (122) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
1 май юбилярҙары
|
тулы исемлек
- Ишбулатов Хәмит Ниғәмәт улы (1928—28.10.2008), механизатор. 1948—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һаҡмар» колхозы мнханизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Сығышы менән ошо райондың Йомаш ауылынан.
- Фәтҡуллин Мөхтәр Хөрмәт улы (1928), дәүләт хеҙмәткәре. 1979—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Хеҙмәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2006), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Сурағол ауылынан.
- Хәсәнов Әсғәт Хәсән улы (1928—4.12.2003), педагог, ауыл хужалығы, партия органдары һәм һөнәри-техник белем биреү өлкәһе хеҙмәткәре. 1954 йылдан КПСС-тың Әбйәлил район комитеты инструкторы, дөйөм бүлек мөдире, 1960 йылдан «Йәнгел» совхозының партком секретары; 1964—1988 йылдарҙа 93-сө һөнәри училище директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). СССР-ҙың (1976) һәм РСФСР-ҙың (1972) һөнәри техник белем биреү отличнигы. Әбйәлил ауылының почётлы гражданы (2002). Сығышы менән ошо райондың Дауыт ауылынан.
- Усманова Фәүзиә Усман ҡыҙы (1943), рәссам, педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы.
- Ғәзизов Вилүр Ғайса улы (1948), аппаратсы. 1966—2003 йылдарҙа (өҙөклөк менән) «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылынан.
- Рәжәпов Рәшит Шәһит улы (1953), инженер-механик, урта махсус уҡыу йорто, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1979 йылдан Стәрлетамаҡ станоктар эшләү техникумы уҡытыусыһы, бүлек мөдире, 1986—1996 йылдарҙа — директоры; 1983 йылдан КПСС-тың ҡала комитеты инструкторы; 1996 йылдан ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары; 2011—2018 йылдарҙа политехник колледж директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе, Рәсәйҙең почётлы урта махсус һәм юғары белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Шәйхетдинова Кәүсәриә Әғзәм ҡыҙы (1953), һатыусы. 1980—2003 йылдарҙа Дүртөйлө районы Күкҡуян сауҙа предприятиеһының 81-се магазин һатыусыһы, мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1996), Совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы (1985). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Нәсибуллин Рөстәм Ислам улы (1958), ғалим-химик, йәмәғәтсе. 1980 йылдан Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы уҡытыусыһы. 2007—2014 йылдарҙа филиалдың профком рәйесе. Техник фәндәр кандидаты (2001), доцент (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының Раевка ауылынан.
- Хәйретдинов Рәмил Акмал улы (1958—05.2017), хәрби хеҙмәткәр, лётчик, майор. Вертолёт, вертолёт звеноһы һәм вертолёт эскадрильяһы командиры, Афған һуғышында һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (март һәм май 1989). Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Алсынбаев Нияз Зәбихулла улы (1963), журналист. 1989 йылдан Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2004 йылдан «Юлдаш» каналының баш мөхәррире, 2010 йылдан радио хеҙмәте начальнигы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004).
- Байрамғолова Гөлфирә Рауил ҡыҙы (1973), ғалим-физиолог, педагог. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы. Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
|
|