Һайланған мәҡәлә
|
Баһрам Гур фирүзә йәшел һарайҙа. 1524/1525 йылғы миниатюра. Герат мәктәбе. Метрополитен-музей, Нью-Йорк
«Ете гүзәл» (фарс. هفت پیکر — Хафт пайкар) — фарсы поэзияһы классигы Низами Гәнжәүиҙең 1197 йылда фарсы теленда яҙылған һәм «Хәмсә» исемле йыйынтығына ингән дүртенсе поэмаһы. Әҫәр Мараға хакимы Әләәтдин Көрпә-Арслан ибн Ағ-Сонғорға бағышланған. Поэманың исемен ике төрлө тәржемә итеп була — «ете портрет» тип тә, «ете гүзәл» тип тә. Әҫәрҙең исеменән үк уға метафора хас булыуы күренә. Низами һүҙ уйнатыу аша уға ике мәғәнә һалынған исем биргән.
Поэманың сюжетына сәсәни шаһы Баһрам Гур (420—439 йылдар) тураһында риүәйәт ятҡан. Поэманың яртыһын тиерлек Баһрамдың ҡатындарының ете хикәйәһе тәшкил итә, был батшабикәләр ете сатыр һарайҙа йәшәй, һәр сатыр, боронғо мифологияға ярашлы, берәй планетаға һәм аҙнаның бер көнөнә бағышлана һәм төҫө лә шуға бәйле.
↪ дауамы…:
Исемлек (122) | Үҙгәртеү
|
|
|
5 март юбилярҙары
|
тулы исемлек
- Саяпова Әҡлимә Шәриғ ҡыҙы (1923—2003), педагог, үҙешмәкәр шағир һәм драматург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955—1982 йылдарҙа хәҙерге Яңауыл ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Сығышы менән Яңауыл районының Ишбулды ауылынан.
- Мөхәмәтдинов Нуритдин Басир улы (1933—24.05.2013), водитель. Әбйәлил районы Калинин исемендәге колхоздың элекке шофёры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982) һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Рауил ауылынан.
- Николаев Александр Капитонович (1933—2007), механизатор. 1951—1993 йылдарҙа Йәрмәкәй районы «Урожай» колхозы тракторсыһы һәм комбайнсыһы. Октябрь Революцияһы (1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Данйәрова Фәрзәнә Һарун ҡыҙы (1938), педагог. 1966—1993 йылдарҙа Әбйәлил районы Михайловка урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1984). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Ҡобағош ауылынан.
- Нәжипов Алмас Исмәғил улы (1938—13.04.2020), агроном, ауыл хужалығы һәм комсомол органдары хеҙмәткәре. 1959 йылдан Мәсетле районының «Мәсәғүт» совхозы тракторсыһы, бригадиры, 1963 йылдан — совхоздың комсомол ойошмаһы секретары, 1965 йылдан орлоҡсолоҡ буйынса, 1968 йылдан — баш агроном. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1979). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Райондың почётлы гражданы (2012). Сығышы менән Әләгәҙ ауылынан.
- Гөлсөм Хәбибуллина (1943—22.12.2016), эстрада артисы, 1964—2002 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының һүҙ жанры артисы, юмор һәм сатира оҫтаһы. Эстрада артистарының Бөтә Рәсәй конкурсы (Мәскәү) лауреаты. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1987).
- Ибәтуллин Урал Ғәли улы (1948), ғалим-химик технолог. 1981—1996 йылдарҙа һәм 2009 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, химия-технология факультетының декан урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2011 йылдан Башҡортостан тармаҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм производствола хәүефһеҙлек институты проректоры. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003).
- Булатова Әлфирә Хәйретдин ҡыҙы (1953), инженер. 1998 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең махсус элемтә бүлеге мөдире. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2000).
- Мусина Сания Сафи ҡыҙы (1953), элемтә тармағы хеҙмәткәре. 1975 йылдан Баймаҡ районы Ниғәмәт почта бүлексәһе начальнигы; 1980 йылдан Сибай элемтә узелы операторы, 1988 йылдан 2-се почта бүлексәһе начальнигы; 1995 йылдан Сибай ҡала элемтә узеле баш кассаһы операторы, начальнигы, 2004—2012 йылдарҙа Сибай почтамты начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2007), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1984). Сығышы менән ошо райондың Иҫән ауылынан.
- Исҡужин Рәмил Кәбир улы (1958), ғалим-хоҡуҡ белгесе, дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының бишенсе саҡырылыш (2007—2011) Дәүләт Думаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Йәрмөхәмәтова Әлфиә Муллағәли ҡыҙы (1958), педагог. 2001—2016 йылдарҙа Йәрмәкәй районы 8-се Март урта мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005) һәм мәғариф отличнигы. «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Шишмә ауылынан.
- Муллағолова Әнисә Муса ҡыҙы (1963), ғалим-әҙәбиәт белгесе, журналист. Филология фәндәре кандидаты, доцент. «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәре. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф отличнигы.
- Әхмәтрәхимова Олеся Вәкил ҡыҙы (1988), ғалим-әҙәбиәт белгесе, фольклорсы, шағир. 2021 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университетының журналистика һәм башҡорт филологияһы кафедраһы уҡытыусыһы. 2014 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (2017).
|
|