Һайланған мәҡәлә
|
Баһрам Гур фирүзә йәшел һарайҙа. 1524/1525 йылғы миниатюра. Герат мәктәбе. Метрополитен-музей, Нью-Йорк
«Ете гүзәл» (фарс. هفت پیکر — Хафт пайкар) — фарсы поэзияһы классигы Низами Гәнжәүиҙең 1197 йылда фарсы теленда яҙылған һәм «Хәмсә» исемле йыйынтығына ингән дүртенсе поэмаһы. Әҫәр Мараға хакимы Әләәтдин Көрпә-Арслан ибн Ағ-Сонғорға бағышланған. Поэманың исемен ике төрлө тәржемә итеп була — «ете портрет» тип тә, «ете гүзәл» тип тә. Әҫәрҙең исеменән үк уға метафора хас булыуы күренә. Низами һүҙ уйнатыу аша уға ике мәғәнә һалынған исем биргән.
Поэманың сюжетына сәсәни шаһы Баһрам Гур (420—439 йылдар) тураһында риүәйәт ятҡан. Поэманың яртыһын тиерлек Баһрамдың ҡатындарының ете хикәйәһе тәшкил итә, был батшабикәләр ете сатыр һарайҙа йәшәй, һәр сатыр, боронғо мифологияға ярашлы, берәй планетаға һәм аҙнаның бер көнөнә бағышлана һәм төҫө лә шуға бәйле.
↪ дауамы…:
Исемлек (122) | Үҙгәртеү
|
|
|
5 ғинуар юбилярҙары
|
- Аляев Иван Павлович (1918—21.03.2000), хәрби хеҙмәткәр, инженер-полковник (1961). Совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1940). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Федоровка районының Иҫке Николаевка ауылынан.
- Кузеев Рөстәм Ғүмәр улы (1923—23.03.1998), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм етәксеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), тарих фәндәре докторы (1972), профессор (1973). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1973). Ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1978) ордендары кавалеры.
- Байраҡаев Шәрифйән Аҫылғужа улы (1928—7.05.2003), малсы. 1943—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозының мал ҡараусыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Таһир ауылынан.
- Пономарёв Николай Григорьевич (1928—8.05.1997), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1964 йылдан Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы бүлексәләре идарасыһы, 1985—1988 йылдарҙа совхоз директоры урыбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1972). Сығышы менән ошо райондың Аҡморон ауылынан.
- Әбсәләмов Камил Ғәлләметдин улы (1928—2012), механизатор. 1945—1985 йылдарҙа Көйөргәҙе районы «Таймаҫ» совхозы механизаторы. Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы (1966). Ленин һәм Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Зәк-Ишмәт ауылынан.
- Лебедьков Иван Александрович (1938), спортсы, тренер. 1972—2011 йылдарҙа Салауат ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр ижад йорто тренеры. Спорт акробатикаһы буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1997), СССР-ҙың спорт мастеры (1962), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1978), Салауат ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез ҡалаһынан.
- Хәсәнова Клара Шәриф ҡыҙы (1938), малсы. 1958—1992 йылдарҙа Хәйбулла районы «Новый путь» колхозы һауынсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1978). Сығышы менән ошо райондың Әҙел ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәйнуллин Венер Кәлимулла улы (1943), спортсы, тренер, йәмәғәт эшмәкәре. 1986—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының грек-рим көрәше буйынса йыйылма командаһы тренеры. 1986—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Грек-рим көрәше федерацияһы президенты. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2001), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Арыҫлан ауылынан.
- Ҡасҡынова Мәрйәм Усман ҡыҙы (1943), малсы. 1959—1997 йылдарҙа Баймаҡ районы «Алға» колхозы һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). Сығышы менән ошо райондың Ғүмәр ауылынан.
- Баймиева Йәмиғә Шәрифулла ҡыҙы (1948), педагог. Тәтешле районы Түбәнге Балтас мәктәбенең элекке башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Казеев Борис Моисеевич (1948), муниципаль хеҙмәткәр, йәмәғәтсе. 1996—2012 йылдарҙа Межгорье ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының беренсе һәм икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы.
- Янгубаев Яныбай Янгубаевич (1948), Мишкә район мәҙәниәт йортоноң «Эрвел» халыҡ бейеү ансамбленең элекке художество етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мишкә районының почётлы гражданы (2012). Сығышы менән ошо райондың Ҡарға ауылынан.
- Асылгәрәев Нәркис Зөфәр улы (1953), төҙөүсе, муниципаль хеҙмәткәр. 1986 йылдан Йәрмәкәй район советы башҡарма комитеты рәйесенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары, 1989—2009 йылдарҙа «Йәрмәкәй» ПМК-һы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондан.
- Йоносова Фәрҙиә Мөғлетдин ҡыҙы (1953), акушерка. 1992 йылдан Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш акушеркаһы, 2010 йылдан — Кушнаренко үҙәк район дауаханаһының ғаиләне планлаштырыу хеҙмәте акушеркаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының Һаҡмар Наҙарғол ауылынан.
- Пономарёв Виктор Александрович (1953), зоотехник. 1987 йылдан Баймаҡ районы «Рассвет» кохозының баш зоотехнигы, 1996 йылдан — рәйесе. 2003—2007 йылдарҙа «Баймаккомбикорм» йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән ошо райондың Бикәш ауылынан.
- Даньялов Дамир Расфар улы (1958), табип. Шишмә район үҙәк дауаханаһының анестезиолог-реаниматологы. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры.
- Ҡантимеров Фәнил Хәмит улы (1958), табип. Күмертау ҡала дауаханаһы урологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Саяпов Ришат Сәлим улы (1963), спортсы, тренер, ғалим-педагог. 1987 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2007). Бокс буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1985), кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән Яңауыл ҡалаһынан.
- Бикбаев Наил Бәйтула улы (1968), юғары категориялы табип. 1994 йылдан Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы стоматология поликлиникаһының балалар теш табибы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). Сығышы менән ошо рәйондың Сермән ауылынан.
|
|