Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
|
|
|
Һайланған мәҡәлә
|
Баһрам Гур фирүзә йәшел һарайҙа. 1524/1525 йылғы миниатюра. Герат мәктәбе. Метрополитен-музей, Нью-Йорк
«Ете гүзәл» (фарс. هفت پیکر — Хафт пайкар) — фарсы поэзияһы классигы Низами Гәнжәүиҙең 1197 йылда фарсы теленда яҙылған һәм «Хәмсә» исемле йыйынтығына ингән дүртенсе поэмаһы. Әҫәр Мараға хакимы Әләәтдин Көрпә-Арслан ибн Ағ-Сонғорға бағышланған. Поэманың исемен ике төрлө тәржемә итеп була — «ете портрет» тип тә, «ете гүзәл» тип тә. Әҫәрҙең исеменән үк уға метафора хас булыуы күренә. Низами һүҙ уйнатыу аша уға ике мәғәнә һалынған исем биргән.
Поэманың сюжетына сәсәни шаһы Баһрам Гур (420—439 йылдар) тураһында риүәйәт ятҡан. Поэманың яртыһын тиерлек Баһрамдың ҡатындарының ете хикәйәһе тәшкил итә, был батшабикәләр ете сатыр һарайҙа йәшәй, һәр сатыр, боронғо мифологияға ярашлы, берәй планетаға һәм аҙнаның бер көнөнә бағышлана һәм төҫө лә шуға бәйле.
↪ дауамы…:
Исемлек (122) | Үҙгәртеү
|
|
|
22 ғинуар юбилярҙары
|
- Кугушев Вячеслав Александрович (1863—30.08.1944), кенәз, революция эшмәкәре, 1898—1902 йылдарҙа Өфө губернаһы земство управаһы рәйесе, Башҡортостандада һәм Волга буйында 1921—1923 йылдарҙағы аслыҡтан интегеүселәргә ярҙам ойоштороусы.
- Әхмәтшин Борис Ғайса улы (1938), ғалим-фольклорсы. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1960 йылдан Башҡортостан буйлап фольклор этнографик экспедицияларҙа ҡатнашыусы, шул иҫәптән 2011 һәм 2015 йылдарҙа экспедиция етәксеһе. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы лауреаты (1997).
- Протопопов Владимир Васильевич (1948), инженер, йәмәғәтсе. 1993—1998 йылдарҙа Нефтекама автомобиль заводының генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының 2-се саҡырылыш (1998—1999) Дәүләт думаһы һәм Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Рәшитова Мөслимә Ғәйниәхмәт ҡыҙы (1953), педагог. 2010—2018 йылдарҙа Ауырғазы районы Талбазы лицейы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
|
|