Һайланған мәҡәлә
|
Баһрам Гур фирүзә йәшел һарайҙа. 1524/1525 йылғы миниатюра. Герат мәктәбе. Метрополитен-музей, Нью-Йорк
«Ете гүзәл» (фарс. هفت پیکر — Хафт пайкар) — фарсы поэзияһы классигы Низами Гәнжәүиҙең 1197 йылда фарсы теленда яҙылған һәм «Хәмсә» исемле йыйынтығына ингән дүртенсе поэмаһы. Әҫәр Мараға хакимы Әләәтдин Көрпә-Арслан ибн Ағ-Сонғорға бағышланған. Поэманың исемен ике төрлө тәржемә итеп була — «ете портрет» тип тә, «ете гүзәл» тип тә. Әҫәрҙең исеменән үк уға метафора хас булыуы күренә. Низами һүҙ уйнатыу аша уға ике мәғәнә һалынған исем биргән.
Поэманың сюжетына сәсәни шаһы Баһрам Гур (420—439 йылдар) тураһында риүәйәт ятҡан. Поэманың яртыһын тиерлек Баһрамдың ҡатындарының ете хикәйәһе тәшкил итә, был батшабикәләр ете сатыр һарайҙа йәшәй, һәр сатыр, боронғо мифологияға ярашлы, берәй планетаға һәм аҙнаның бер көнөнә бағышлана һәм төҫө лә шуға бәйле.
Поэманың яҙылыу ваҡыты аныҡ ҡына билдәле түгел. Низами Гәнжәүи үҙе ижадының һуңы тип атаған «Искәндәрнамә»не 1202 йылда тамамлаһа ла, нәҡ «Ете гүзәл» шағирҙың һуңғы поэмаһы тип һанала. Поэманы яҙыу сәбәбен аңлатҡан бүлектә Низами Көрпә Арслан шаһтан сапҡын килеп, уға поэма яҙырға заказ биреүен һөйләй. Поэма өсөн ҙур хаҡ вәғәҙә ителә, әммә тема һайлау хоҡуғы Низами Гәнжәүиҙә ҡала.
Баһрам тыуғас, аҡаһаҡалдар кәңәше буйынса уны ғәрәп батшаһы Номанға тәрбиәгә оҙаталар. Номан әмере буйынса, яңы Карнак һарайы төҙөлә. Бер заман һарай бүлмәләренең береһендә Баһрам ете илдән ете принцессаның портретын күрә һәм уларға ғашиҡ була.
Атаһы мәрхүм булғас, Баһрам Фарсияға ҡайта һәм тәхеткә ултыра. Батша булғас, Баһрам ете принцессаны эҙләтеп ала һәм уларға өйләнә. Ул архитекторға ҡатындарының һәр береһенә берәрҙән ете мөһабәт бина төҙөргә бойора. Архитектор Баһрамға, астрологияға ярашлы, һәр илгә, йәғни Ер шары бүленгән һәр «бүлкәткә» ете планетаның береһе тап килгәнен һөйләй һәм Баһрамға һәр һарайҙы шул планеталарға тап килгән төҫтәр менән биҙәргә кәңәш бирә. Баһрам архитектор тәҡдимен башта етди ҡабул итмәһә лә, һуңынан ризалаша.
Төҙөлөш тамамланғас, принцессалар үҙ һарайҙарына урынлаша. Баһрам һәр принцесса янына аҙнаның билдәле бер көнөндә килә: шәмбе — ҡара көмбәҙле һарайҙа йәшәгән һинд принцессаһына, уға Сатурн идара итә, йәкшәмбе — Төркөстан (Ҡытай) принцессаһына, ул Ҡояш хакимлығында һары көмбәҙле һарайҙа йәшәй, дүшәмбе — йәшел көмбәҙле һарайға Айға буйһонған хәрәзем принцессаһы янына, шишәмбе — ҡыҙыл көмбәҙле һарайҙағы һәм Марсҡа буйһоноулы славян принцессаһына, шаршамбы — Мәғриб принцессаһына, ул, Меркурийға буйһоноп, фирүзә йәшел көмбәҙле һарайҙа йәшәй, кесе йома — сандал ағасы төҫөндәге көмбәҙле һарайҙа йәшәгән Руми (Византия) принцессаһына, уға Юпитер идара итә, йома — Сулпан йондоҙона буйһоноп, аҡ көмбәҙ аҫтында йәшәгән Иран принцессаһы янына килә. Баһрам принцессалар эргәһенә уларҙың һарайы төҫөндәге кейем кейеп килер була. Һәр принцесса батшаға ниндәй ҙә булһа кәйефкә һәм уны асҡан төҫкә ярашлы тарих һөйләгән. Һәр новелланың сюжеты һөйөү кисерештәренә ҡорола, ҡара төҫтән аҡҡа күскәндә ябай хислелек илаһи мөхәббәткә алмашына бара
↪ дауамы…:
Исемлек (122) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Сәлимов Марсель Шәйнур улы (3 ғинуар 1949 йыл) — Башҡортостандың сатирик һәм юмористик шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2021). 1988 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм 1976 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы. Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы (2016). Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2021), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1999), Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1998).
Марсель Шәйнур улы Сәлимов 1949 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Борай районының Сәйет-Көрйә ауылында тыуған.
1956—1964 йылдарҙа үҙ ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡый, 1966 йылда Ҡалтасы районының Красный Холм ауылындағы урта мәктәпте бөтөрә.
1966 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Бында яҡшы уҡыусы филологтарға бирелгән Радищев стипендияһын ала, уҡыу йортоның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм ғилми эштәр менән даими шөғөлләнгәне өсөн Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ һәм профсоюз комитеттарының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булып, 1971 йылда университетты «ҡыҙыл диплом» менән тамамлай.
Шул уҡ йылда, Совет Армияһының запастағы офицеры булараҡ, хеҙмәткә алына һәм СССР Ҡораллы Көстәренең Төньяҡ ғәскәри төркөмө составында Польша Халыҡ Республикаһы территорияһында ике йыл хәрби хеҙмәт үтә. Хәрби һәм сәйәси әҙерлектәге уңыштары, өлгөлө тәртибе һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн Маҡтау грамотаһы менән әрменән ҡайтҡан Марсель Сәлимов — отставкалағы майор.
1973 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген республика сатира һәм юмор журналы «Һәнәк»тә әҙәби хеҙмәткәр булып башлай. Журналистикала етерлек тәжрибә туплаған һәм абруйлы Свердловск юғары партия мәктәбен «ҡыҙыл диплом» менән тамамлаған Марсель Сәлимов 1980 йылда баҫманың баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Был вазифала 2010 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
22 май юбилярҙары
|
- Жеравина Әнисә Нурылғаян ҡыҙы (1932), ғалим-тарихсы, йәмәғәтсе. 1965 йылдан Томск дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002 йылдан — Ватан тарихы кафедраһы мөдире. 1991 йылдан Томск өлкәһе Башҡорт мәҙәниәт үҙәге президиумы ағзаһы, 2002 йылдан — «Дуҫлыҡ» башҡорт мәҙәниәте үҙәге президиумы рәйесе. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2011) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Тайнаш ауылынан.
- Кавардаков Владимир Александрович (1937—22.08.2018), инженер, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1987—1991 йылдарҙа КПСС-тың Асҡын район комитетының беренсе секретары, 1995—1997 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты һәм атҡаҙанған ауыл хужалығы инженеры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2019)
- Юлбарыҫов Рәжәп Рамаҙан улы (1947), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. Көйөргәҙе районы Мораптал участка дауаханаһының элекке баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1999), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006).
- Аллаяров Дамир Әнүәр улы (1952), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1983 йылдан Әбйәлил районы торлаҡ-коммуналь хужалығы производство идаралығы начальнигы, 1988 йылдан — «Коммунальник» йәмғиәте директоры. Райондың эшҡыуарҙар союзы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2010). Сығышы менән район үҙәге Асҡар ауылынан.
- Ғәлиев Фәғит Зәки улы (1952), ауыл хужалығы һәм партия органдары ветераны. 1976 йылдан Дүртөйлө районы хужалыҡтары белгесе, яуаплы хеҙмәткәре һәм етәксеһе, шул иҫәптән 1999—2012 йылдарҙа — Дүртөйлө машина-технологик станцияһы директоры һәм генераль директоры, бер үк ваҡытта 2009—2017 йылдарҙа «Игенсе» хужалығының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Солтанбәк ауылынан.
- Ғимаев Артур Ревнер улы (1972), музыкант, саксофонсы, педагог. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры артисы, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты. Сығышы менә Бөрө ҡалаһынан.
|
|