Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 59 397 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары
Һайланған мәҡәлә
Таған Ғәлимйән Ғирфан улы

Таған Ғәлимйән Ғирфан улы (1 ғинуар 1892 йыл29 июнь 1948 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт армияһында полк командиры. Этнограф, музей белгесе, иҡтисад фәндәре (1929) һәм төркиәт докторы.

Ғәлимйән Ғирфан улы Таған (Тағанов) 1892 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай улусының (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы) Тәңрекүл исемле башҡорт ауылында хәлле ғаиләлә донъяға килгән.

Туған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡый, рус мәктәбен һәм мөғәллимдәр гимназияһын тамамлай. Артабан рус урта мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй.

Һалдатҡа алынғас, Тифлиста хәрби мәктәптә уҡып сыға. Беренсе донъя һуғышында батша армияһында кесе офицер — прапорщик званиеһында ҡатнаша башлай. Кавказ фронтында хеҙмәт итә.

1917 йылда Ғәлимәйән Таған Башҡорт милли хəрəкəтенә ҡушылып, 1919 йылда Башҡорт хөкүмәте Советтар яғына сыҡҡанға тиклем Башҡортостан автономияһы азатлығы өсөн көрәштең алғы сафында була. Бында ул башта Башҡорт армияһының 5-се уҡсылар полкының, һуңыраҡ 3-сө пехота полкының башлығы вазифаһында бихисап батырлыҡ күрһәтә. 1918 йылда Башҡорт хәрби шураһы составына инә, уның рәйесенең урынбаҫары була. Ваҡытлыса Ялан кантоны рәйесе эштәрен башҡара. Урал өлкә мосолмандар Шураһы ағзаһы була.

1918 йылдың 15—18 авгусында Ғәлимйән Таған менән Ғабдулла Ғәмбәров етәкселегендә 3-сө Башҡорт пехота полкының Өфөнән көнсығышта Иглин станцияһы янындағы Ырныҡшы тигән ерҙә Кашириндар менән өс көн һуғышып, башҡорттарҙың уларҙы ҡаты еңелеүгә дусар итеүҙәре тураһында әйтеп үтә һәм ошондай иҫкәрмә лә яһай: «Әммә большевиктар унда үҙҙәренең саҡ-саҡ үлемдән ҡотолоп ҡалыуҙарын «Уралда граждандар һуғышы» исемле китапта 3-сө Башҡорт полкының еңелеүе тип тасуирлай». Асылда хәл бөтөнләй икенсе төрлө була һәм, ғөмүмән, Ғәлимйән Таған етәкселек иткән ғәскәри бүлкәттәр, Муса Мортазин һымаҡ уҡ, Башҡортостан азатлығы өсөн барған һуғыштарҙа һис ваҡытта ла еңелеү белмәй.

1919 йылдың февралендә Башҡорт ғәскәрҙәренең һәм хөкүмәте Ҡыҙылдар яғына сығыуына ҡаршы була. 3-сө Башҡорт полкы менән Аҡтар хәрәкәтендә ҡала. Колчак ғәскәрҙәренә ҡушылған башҡорт частарының етәкселәренең береһе була. 1919 йыл аҙағынан Колчак ғәскәрҙәре менән бергә көнсығышҡа сигенә, был ваҡиғаны Ғәлимйән Таған «башҡорт яугирҙәренең боҙло походы» тип исемләй. 1920 йылдың 14 мартында Чита ҡалаһында башҡорт аҡ ғәскәрҙәре етәкселәре Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев һәм Ғәлимйән Таған казак атаманы Г. М. Семёнов менән осраша, ул айырым башҡорт ғәскәрҙәре төҙөүгә булышлыҡ итәсәген белдерә. Рəсəйҙең көнсығыш сиктəрендəге Башҡорттарҙың хəрби‑милли идаралығы ойошторола, унда Таған штаб башлығы була, подполковник чинын ала.

1920 йылдың 14 июнендә башҡорт вәкилдәренең кәңәшмәһендә сығыш яһай, резолюция төҙөй. 1920 йылдың ноябрендә «аҡтар»ҙың ғәскәрҙәре Чита ҡалаһын «ҡыҙылдар»ға тапшырғас, Ғәлимйән Таған ҡалған 2 мең башҡорт менән Ҡытай сиген үтеп, Маньчжурияға юллана. 1921 йылдың февралендә Таған Японияға бара.

Токиола мадьяр илсеһе һәм шәрҡиәтселәре В. Прёле һәм Б. Баратоши-Балог менән таныша, уларҙың ярҙамы менән 1922 йылдың июлендә Венгрияға барып урынлаша. Дебрецен ҡалаһында Ауыл хужалығы академияһында биш йыл уҡып, уны 1927 йылда тамамлай.

Будапештҡа барып, Мадьяр дәүләт этнография музейына эшкә урынлаша. Франц Иосиф исемендәге техника университетының иҡтисад факультетына аспирант булып уҡырға инә һәм уны 1929 йылда тамамлай, «Һуғыш ваҡытында һәм һуғыштан һуң Рәсәйҙең валютаһы» тигән диссертация яҡлап, мадьяр һәм немец телдәрендә нәшер иткәндән һуң, «иҡтисад фәндәре докторы» дәрәжәһен алыуға өлгәшә.


↪ дауамы…:

Исемлек (122) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
Карта бассейна Нарвы.svg

Чуд-Псков күле (Псков-Чуд күле, эст. Peipsi-Pihkva järv, шулай уҡ Гдов күле, Псков диңгеҙе, Пейпси (эст. Peipsi)Пейпус, Пейпус-күл(нем. Peipussee))  — Эстония һәм Рәсәй Федерацияһының Псков һәм Ленинград өлкәһе араһындағы сиктә урынлашҡан эре күл комплексы. Атлантик океандың Балтик диңгеҙе бассейнына ҡарай.

Күл комплексы өс өлөштән тора:

  • төньяҡ — Чуд күле (рус. Чудское озеро, эст. Peipsi järv) — майҙаны 2611 км² (73 %);
  • көньяҡ — Псков күле (рус. Псковское озеро, эст. Pihkva järv) — майҙаны 708 км² (20 %);
  • урта — Йылы күл (рус. Тёплое озеро, эст. Lämmijärv) — майҙаны 236 км² (7 %).

Чуд-Псков күленең майҙаны — 3555 км², күләме 25 км³ тәшкил итә. Уртаса тәрәнлеге — 7,1 м, иң ҙур тәрәнлеге — 15 м. Күлгә яҡынса 30 йылға ҡоя, ә унан тик бер генә йылға — Нарва (Нарова) сыға.

Күлдең Эстония яр буйҙарында — Калласте һәм Муствеэ ҡалалары; Рәсәй территорияһында Чуд күленең көнсығыш ярынан 2 км алыҫлыҡта — Гдов ҡалаһы, Псков күленән 10 км алыҫлыҡта Великая йылғаһы буйында — Псков ҡалаһы урынлашҡан. Чуд-Псков күленең Рәсәй яр буйҙарының күп өлөшө һәм күлдәге бер нисә утрауҙар рәсми рәүештә сик буйы зонаһына индерелгән, шунлыҡтан был зонаға барыу сикләнгән. Псков күленең бер өлөшөндә ЛипноЛитовж тораҡ пункттары араһындағы шартлы һыҙығынан көньяҡ-көнсығыштараҡ сик уйы режимы билдәләнмәгән. Эстония яғында сик буйы зонаһы юҡ, шунлыҡтан күл буйына бөтә урынданда бер ниндәй ҡамасауһыҙ барырға мөмкинлек бар.


↪ дауамы…

Исемлек (111) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Хәмит Зөбәйер Ҡушай.

Һуңғы һайланған исемлек: Нобель премияһын алған ҡатын-ҡыҙҙар исемлеге.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (17) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
EarleWarSpeech.jpg
Яңы Зеландияла маори юлбашсыһы ырыуы алдында. XVIII быуат һүрәте.

Үҙгәртеү | Архив

Бөгөн: 16 март ♦ Кисәге: 15 март ♦ Иртәгә: 17 мартБарлыҡ көндәр

Christmas bell icon.png Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара
  • Ер Ер: Көтөлмәгәнлек көнө.
    • Төҫлө ҡәләмдәр (буяу ҡәләмдәре) көнө.
Crystal locale.png Милли
  • Америка Ҡушма Штаттары АҠШ: Мәғлүмәт азатлығы көнө.
  • Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан: Республика гвардияһы көнө.
Social sciences.svg Һөнәри
  • Рәсәй Рәсәй: Эске эштәр министрлығының иҡтисади енәйәттәр менән көрәш бүлеге (ОБЭП, элек ОБХСС) хеҙмәткәрҙәре көнө.
  • Словакия Словакия: Инженерҙар көнө.

16 март юбилярҙары

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс