Һайланған мәҡәлә
|
Таған Ғәлимйән Ғирфан улы (1 ғинуар 1892 йыл — 29 июнь 1948 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт армияһында полк командиры. Этнограф, музей белгесе, иҡтисад фәндәре (1929) һәм төркиәт докторы.
Ғәлимйән Ғирфан улы Таған (Тағанов) 1892 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай улусының (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы) Тәңрекүл исемле башҡорт ауылында хәлле ғаиләлә донъяға килгән.
Туған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡый, рус мәктәбен һәм мөғәллимдәр гимназияһын тамамлай. Артабан рус урта мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй.
Һалдатҡа алынғас, Тифлиста хәрби мәктәптә уҡып сыға. Беренсе донъя һуғышында батша армияһында кесе офицер — прапорщик званиеһында ҡатнаша башлай. Кавказ фронтында хеҙмәт итә.
1917 йылда Ғәлимәйән Таған Башҡорт милли хəрəкəтенә ҡушылып, 1919 йылда Башҡорт хөкүмәте Советтар яғына сыҡҡанға тиклем Башҡортостан автономияһы азатлығы өсөн көрәштең алғы сафында була. Бында ул башта Башҡорт армияһының 5-се уҡсылар полкының, һуңыраҡ 3-сө пехота полкының башлығы вазифаһында бихисап батырлыҡ күрһәтә. 1918 йылда Башҡорт хәрби шураһы составына инә, уның рәйесенең урынбаҫары була. Ваҡытлыса Ялан кантоны рәйесе эштәрен башҡара. Урал өлкә мосолмандар Шураһы ағзаһы була.
1918 йылдың 15—18 авгусында Ғәлимйән Таған менән Ғабдулла Ғәмбәров етәкселегендә 3-сө Башҡорт пехота полкының Өфөнән көнсығышта Иглин станцияһы янындағы Ырныҡшы тигән ерҙә Кашириндар менән өс көн һуғышып, башҡорттарҙың уларҙы ҡаты еңелеүгә дусар итеүҙәре тураһында әйтеп үтә һәм ошондай иҫкәрмә лә яһай: «Әммә большевиктар унда үҙҙәренең саҡ-саҡ үлемдән ҡотолоп ҡалыуҙарын «Уралда граждандар һуғышы» исемле китапта 3-сө Башҡорт полкының еңелеүе тип тасуирлай». Асылда хәл бөтөнләй икенсе төрлө була һәм, ғөмүмән, Ғәлимйән Таған етәкселек иткән ғәскәри бүлкәттәр, Муса Мортазин һымаҡ уҡ, Башҡортостан азатлығы өсөн барған һуғыштарҙа һис ваҡытта ла еңелеү белмәй.
1919 йылдың февралендә Башҡорт ғәскәрҙәренең һәм хөкүмәте Ҡыҙылдар яғына сығыуына ҡаршы була. 3-сө Башҡорт полкы менән Аҡтар хәрәкәтендә ҡала. Колчак ғәскәрҙәренә ҡушылған башҡорт частарының етәкселәренең береһе була. 1919 йыл аҙағынан Колчак ғәскәрҙәре менән бергә көнсығышҡа сигенә, был ваҡиғаны Ғәлимйән Таған «башҡорт яугирҙәренең боҙло походы» тип исемләй. 1920 йылдың 14 мартында Чита ҡалаһында башҡорт аҡ ғәскәрҙәре етәкселәре Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев һәм Ғәлимйән Таған казак атаманы Г. М. Семёнов менән осраша, ул айырым башҡорт ғәскәрҙәре төҙөүгә булышлыҡ итәсәген белдерә. Рəсəйҙең көнсығыш сиктəрендəге Башҡорттарҙың хəрби‑милли идаралығы ойошторола, унда Таған штаб башлығы була, подполковник чинын ала.
1920 йылдың 14 июнендә башҡорт вәкилдәренең кәңәшмәһендә сығыш яһай, резолюция төҙөй. 1920 йылдың ноябрендә «аҡтар»ҙың ғәскәрҙәре Чита ҡалаһын «ҡыҙылдар»ға тапшырғас, Ғәлимйән Таған ҡалған 2 мең башҡорт менән Ҡытай сиген үтеп, Маньчжурияға юллана. 1921 йылдың февралендә Таған Японияға бара.
Токиола мадьяр илсеһе һәм шәрҡиәтселәре В. Прёле һәм Б. Баратоши-Балог менән таныша, уларҙың ярҙамы менән 1922 йылдың июлендә Венгрияға барып урынлаша. Дебрецен ҡалаһында Ауыл хужалығы академияһында биш йыл уҡып, уны 1927 йылда тамамлай.
Будапештҡа барып, Мадьяр дәүләт этнография музейына эшкә урынлаша. Франц Иосиф исемендәге техника университетының иҡтисад факультетына аспирант булып уҡырға инә һәм уны 1929 йылда тамамлай, «Һуғыш ваҡытында һәм һуғыштан һуң Рәсәйҙең валютаһы» тигән диссертация яҡлап, мадьяр һәм немец телдәрендә нәшер иткәндән һуң, «иҡтисад фәндәре докторы» дәрәжәһен алыуға өлгәшә.
↪ дауамы…:
Исемлек (122) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Чуд-Псков күле (Псков-Чуд күле, эст. Peipsi-Pihkva järv, шулай уҡ Гдов күле, Псков диңгеҙе, Пейпси (эст. Peipsi)Пейпус, Пейпус-күл(нем. Peipussee)) — Эстония һәм Рәсәй Федерацияһының Псков һәм Ленинград өлкәһе араһындағы сиктә урынлашҡан эре күл комплексы. Атлантик океандың Балтик диңгеҙе бассейнына ҡарай.
Күл комплексы өс өлөштән тора:
- төньяҡ — Чуд күле (рус. Чудское озеро, эст. Peipsi järv) — майҙаны 2611 км² (73 %);
- көньяҡ — Псков күле (рус. Псковское озеро, эст. Pihkva järv) — майҙаны 708 км² (20 %);
- урта — Йылы күл (рус. Тёплое озеро, эст. Lämmijärv) — майҙаны 236 км² (7 %).
Чуд-Псков күленең майҙаны — 3555 км², күләме 25 км³ тәшкил итә. Уртаса тәрәнлеге — 7,1 м, иң ҙур тәрәнлеге — 15 м. Күлгә яҡынса 30 йылға ҡоя, ә унан тик бер генә йылға — Нарва (Нарова) сыға.
Күлдең Эстония яр буйҙарында — Калласте һәм Муствеэ ҡалалары; Рәсәй территорияһында Чуд күленең көнсығыш ярынан 2 км алыҫлыҡта — Гдов ҡалаһы, Псков күленән 10 км алыҫлыҡта Великая йылғаһы буйында — Псков ҡалаһы урынлашҡан. Чуд-Псков күленең Рәсәй яр буйҙарының күп өлөшө һәм күлдәге бер нисә утрауҙар рәсми рәүештә сик буйы зонаһына индерелгән, шунлыҡтан был зонаға барыу сикләнгән. Псков күленең бер өлөшөндә Липно — Литовж тораҡ пункттары араһындағы шартлы һыҙығынан көньяҡ-көнсығыштараҡ сик уйы режимы билдәләнмәгән. Эстония яғында сик буйы зонаһы юҡ, шунлыҡтан күл буйына бөтә урынданда бер ниндәй ҡамасауһыҙ барырға мөмкинлек бар.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
20 февраль юбилярҙары
|
- Спиридонов Сергей Евдокимович (1927—2018), журналист. Ғафури районы «Звезда» гәзитенең элекке мөхәррире. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Красноусол ауылының почётлы гражданы.
- Камалов Рәил Исмәғил улы (1932—24.03.1989), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1961—1989 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районы Фрунзе исемендәге колхоздың шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү звеноһы етәксеһе. РСФСР-ҙың етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1965).
- Комалова Нина Ивановна (1937—2014), сәнәғәт алдынғыһы. 1985—1993 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһе лаборанты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Пышкин Иван Николаевич (1937—2017), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—2004 йылдарҙа «Башавтотранс» берекмәһенең Күмертау автотранспорт предприятиеһы электригы. Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре, 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Ураҡсыев Марат Абдулла улы (1942), юғары мәктәп ветераны, ғалим—инженер-электромеханик. 1972 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980—1982 һәм 1985—1991 йылдарҙа мәғлүмәти үлсәү техникаһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1982), профессор (1985). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1983) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1987). Сығышы менән Коканд ҡалаһынан.
- Арыҫланова Филүсә Тимерғәли ҡыҙы (1947), юғары мәктәп ветераны, йырсы, педагог. Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтының элекке уҡытыусыһы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Асауҙыбаш ауылынан.
- Йосопов Вәкил Барый улы (1952), мәҙәниәт өлкәһе ветераны, театр актёры, режиссёр. 1973—1998 һәм 2000—2004 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры, 1998—2000 йылдарҙа Ырымбур татар драма театры режиссёры; 2004 йылдан «Сулпан» Сибай башҡорт балалар театры, 2005 йылдан — Сибай концерт-театр берләшмәһе директоры, бер үк ваҡытта 2002 йылдан Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. 1979 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
- Рамазанов Рәшит Ғәзнәүи улы (1952), фән ветераны, ғалим-инженер. 1977 йылдан «ТатНИПИнефть» институтының өлкән инженеры, кесе ғилми хеҙмәткәре, сектор, лаборатория мөдире, бүлек мөдире урынбаҫары; 2004 йылдан нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү бүлеге мөдире. Техник фәндар кандидаты (1992). Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2007), Уйлап сығарыу һәм рационализаторлыҡ отличнигы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Яңы Бейектау ауылынан.
- Урманчеев Саид Фёдорович (1952), фән һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-механик. 1992 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Р. Р. Мәүлитов исемендәге Механика институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 2000 йылдан — лаборатория мөдире, 2001 йылдан — фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, 2003 йылдан — директоры; бер үк ваҡытта 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2005), профессор (2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Нәҙерғолова Хәҙисә Ғабдулла ҡыҙы (1957), педагогик хеҙмәт ветераны. 1998 йылдан Салауат ҡалаһындағы 25-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, 2008 йылдан Сәнғәт үҙәгенең өҫтәлмә белем биреү педагогы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ҡотош ауылынан.
- Фокин Александр Юрьевич (1957), хеҙмәт ветераны. 1975—2013 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты, «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәте аппаратсыһы, машинисы, ҡоролма начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2003). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Чернов Александр Владимирович (1957), музыкант, педагогик хеҙмәт ветераны. 1990 йылдан Өфө ҡалаһының 4-се балалар музыка мәктәбе директоры, фортепиано буйынса уҡытыусы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән бүләкләнеүсе (2017). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
|
|