Һайланған мәҡәлә
|
Әхмәтзәки Вәлиди Туған (10 декабрь 1890 йыл — 26 июль 1970 йыл) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).
Әхмәтзәки Вәлиди 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улусының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Көҙән ауылында тыуған.
1917 йылда социал-революционерҙар (эсерҙар) партияһына инә. Шул уҡ йылдың март — апрелендә Рəсəй мосолмандарының ваҡытлы үҙəк бюроһы ағзаһы була, 1917 йылдың апрелендә Ташкент ҡалаһында Мосолман советын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм унда шул уҡ йылдың майында Мәскәүҙә уҙғарылған I Бөтə Рəсəй мосолман съезына Төркөстандан делегат итеп һайлана. Был съезда Әхмәтзәки Вәлиди Рəсəйҙең федератив республикаһының ҡоролошо һəм мосолман халыҡтарының милли-территориаль автономияһы идеяһын яҡлап сыға һәм Бөтə Рəсəй мосолман шураһының башҡарма комитеты һәм Башҡорт өлкә бюроһы ағзаһы булып китә. «Башҡорт» гәзитенең тәүге һанында Вәлидиҙең Башҡортостан үҙаллығы тураһында мәҡәләһе баҫылып сыға.
1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша һәм унда президиумы ағзаһы һәм Башҡорт мәркәз шураһы рəйесе урынбаҫары итеп һайлана. Дəүлəт ҡоролошо (милли-территориаль автономия нигеҙендə) һəм «Ер мәсьәләләре» буйынса докладтар менән сығыш яһай. Икенсе докладында, ул XVII—XX быуаттар араһында юғалтылған башҡорт ерҙəрен ҡайтарып биреү зарурлығын билдəлəп үтә. 1917 йылдың 22—29 авгусында Өфөлә уҙған II Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша. Бында ул «Оло Башҡортостандың», «Бәләкәй Башҡортостандың» һəм «Көнсығыш Рəсəйҙең Мосолман автономлы дəүлəттəре федерацияһының» карталарын төҙөй. Башҡорт хөкүмәте төҙөлгәс, Вәлидигә Хәрби һәм эске эштәр бүлектәре тапшырыла.
1917 йылдың ноябрендә Өфө губернаһының федералист башҡорттар исемлеге буйынса Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышына делегат итеп һайлана. Башҡорт мəркəз шураһының беренсе фармандарын төҙөүҙə һәм уларға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша. Был фармандарҙа башҡорттарҙың сəйəси көрəштə позицияһы һəм федератив Рəсəй составында Башҡортостан автономияһы иғлан ителә. 1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша һәм унда президиумы рәйесе һәм Кесе Ҡоролтай ағзаһы итеп һайлана, Башҡорт хөкүмәте рəйесе урынбаҫары һəм Хəрби бүлек мөдире итеп раҫлана.
1918 йылдың июненән алып 1919 йылдың февраленә тиклем Башҡорт хəрби шураһы рəйесе, Башҡорт ғәскәре командующийы була. Башҡорт хөкүмəтенең Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты (КОМУЧ) һəм Ваҡытлы Себер хөкүмəте менән үҙ-ара бəйлəнешен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. 1918 йылдың сентябрендә Өфөлә уҙғарылған Дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша, унда Өфө директорияһы исеме аҫтында билдәле булған Бөтә Рәсәй хөкүмәте ойошторола. 1918 йылдың ноябрендә А. В. Колчактың хəрби диктатураһын урынлаштырыуға һəм уның унитар Рəсəйҙе тергеҙеүгə, өлкə хөкүмəттəрен һəм милли ҡораллы формированиеларҙы бөтөрөүгə йүнəлтелгəн курсына ҡаршы сыға.
↪ дауамы…:
Исемлек (122) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡаңлы (ҡаңны) — башҡорт ҡәбиләһе.
Телдәре башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты түбәнге ағиҙел-ыҡ менән танып һәм көньяҡ диалекттың дим һөйләштәренә ҡарай.
Ҡаңлы ҡәбиләһенең барлыҡҡа килеүен боронғо Туран халҡы менән бәйләйҙәр, улар актик һәм иртә урта быуаттарҙа Һырдаръя һәм Көньяҡ Урал араһындағы далаларҙа йәшәгән. Боронғо иран ижади ҡомартҡыларында («Авеста», «Хвадай-намаг» («Хоҙайнамә»)), зороастрий яҙмаларында («Денкард», «Бундахишн»), «Шаһнамә» поэмаһында туран һәм иран (арий) халыҡтарының ҡан-ҡәрҙәш булыуы тураһында әйтелә. Тәүге турандарҙың мифик ата-бабаһы Арийҙың ҡустыһы булған, был хәҙерге генетик тикшеренеүҙәр менән дә раҫлана.
Урта быуат ҡаңлылары «Сокровенное сказание»ла — канг-лин, Рәшит әт-Диндә — канлы, Әбү әл-Ғази ла канкли, канглы тип телгә алына. Был этноним шулай уҡ ҡаҙаҡтар, ҡараҡалпаҡтар, ҡырғыҙҙар, ҡырым татарҙары, нуғайҙар һәм үзбәктәрҙең составында теркәлгән. Ҡәбилә формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡтар араһында йәшәүе йоғонто яһай. Тикшеренеүселәрҙең күбеһенең раҫлауынса, ҡаңлыларҙың берләшмәһе XI—XII быуаттарҙа Арал буйы далаларында бәшнәк-уғыҙ нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта «ҡаңлы» этнонимы бәшнәктең боронғо үҙатамаһы булған «ҡаңғар» менән оҡшаш. Ҡаңлыларҙың этник формалашыуында шулай уҡ ҡыпсаҡтарҙың ҙур роль уйнауы һыҙыҡ өҫтөнә алына, улар 1220 йылда монголдар тарафынан тар-мар ителгәндән һуң башлыса Ҡыпсаҡ далаһы (Дешт-и-Ҡыпсаҡ) халҡы составына ҡушыла. Икенсе гипотеза буйынса, ҡаңлылар Һырдаръяла Ҡаңгөй дәүләтен төҙөгән ҡаңгөйҙәрҙең этник вариҫтары булып тора.
Ҡаңлылар Асылыкүл менән Ҡандракүл буйында, Сәрмәсән йылғаһы бассейны, шулай уҡ Баҙы йылғаһының — үрге, Өҫән йылғаһының — урта, Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында төпләнә, бында улар дыуан, йылан, йәлдәк, ҡаршын, ҡобау, мең һәм унлар ҡәбиләләре менән күрше була. Р. Ғ. Кузеев буйынса, көнбайыш Башҡортостанда ҡаңлылар боронғо башҡорт ҡәбиләләре менән ныҡ ҡатышалар, бының хаҡында ҡаңлылар араһында үҫәргән, бөрйән һәм юрматы ҡәбиләләренең тамғалары таралыуы дәлилләй. Шулай уҡ ҡаңлы һәм үҫәргән ҡәбиләләренең ҡошо ла бер — торна.
Хәҙерге ваҡытта ҡәбиләнең аҫаба биләмәләренә Благовар, Бөрө, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Кушнаренко, Мишкә, Саҡмағош, Туймазы һәм Шаран райондары инә.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
26 август юбилярҙары
|
- Цветаев Александр Александрович (1896—1985), ғалим-педагог, географ. Граждандар һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939—1941 һәм 1946—1965 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1948 йылдан география факультеты деканы, 1951 йылдан физик география кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1954).
- Иванов Семён Акимович (1901—5.11.1974), хәрби эшмәкәр. 1919—1955 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла һәм Совет Армияһында хеҙмәттә, шул иҫәптән 1939—1942 йылдарҙа Алыҫ Көнсығыш фронтының дивизия штабы, 1942—1945 йылдарҙа — армия штабы начальнигы; 1945—1955 йылдарҙа яуаплы штаб вазифаларында. Генерал-майор (1943). Ленин (1945), ике Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1950) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Урта Ҡарамалы ауылынан.
- Васильев Пётр Клавдиевич (1941), нефть сәнәғәте ветераны, йәмәғәтсе. 1995—2001 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең Нефтекама нефть промыслалары ҡорамалдары заводы директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1995) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе. Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2005).
- Зөһрә Рәхмәтуллина (1961), ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2004—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры, 2010—2011 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. 2015 йылдан Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе. Философия фәндәре докторы (2001), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2016).
- Земфира (1976), башлыса үҙенең әҫәрҙәрен башҡарыусы рок-йырсы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).
|
|