Һайланған мәҡәлә
|
Арифме́тика (бор. грек. ἀριθμητική — ἀριθμός «һан» һүҙенән) — математиканың һандарҙы, улар араһындағы бәйләнеште һәм үҙсәнлектәрен өйрәнеүсе бүлеге. Арифметиканың өйрәнеү предметы булып һандар (натураль, бөтөн, рациональ, ысын, комплекслы һандар) һәм уларҙың үҙсәнлектәре тора. Арифметикала үлсәүҙәр, иҫәпләү ғәмәлдәре (ҡушыу, алыу, ҡабатлау, бүлеү) һәм иҫәпләү ысулдары ҡарала. Айырым бөтөн һандарҙың үҙсәнлектәрен өйрәнеү менән юғары арифметика, йәки һандар теорияһы шөғөлләнә. Теоретик арифметика һан төшөнсәһенә билдәләмә биреүгә һәм анализлауға иғтибар бүлә, ә формаль арифметика предикаттарҙың (логик хәбәр) һәм аксиомаларҙың логик төҙөлөштәренә таянып эш итә. Арифметика иң боронғо һәм иң мөһим математик фәндәрҙең береһе; ул алгебра, геометрия һәм һандар теорияһы менән тығыҙ бәйләнгән.
Арифметиканың барлыҡҡа килеүенең сәбәбе булып иҫәпләүҙәргә һәм ауыл хужалығын үҙәкләштергәндәге мәсьәләләр менән бәйле иҫәп-хисапҡа практик мохтажлыҡ тора. Фән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр менән бергә үҫешә. Арифметиканың үҫешенә грек математиктары ҙур өлөш индерә — атап әйткәндә, философтар-һандар ярҙамында донъяның бөтә законлыҡтарын аңларға һәм тасуирларға тырышыусы пифагорсылар.
Урта быуаттарҙа арифметиканы, неоплатониктарға эйәреп, ете азат сәнғәт тип аталғандар иҫәбенә индергәндәр. Ул осорҙа арифметиканы төп практик ҡулланыу өлкәһе булып сауҙа, навигация, төҙөлөш тора. Ошоноң менән бәйле, тәү сиратта геометрик төҙөүҙәр өсөн кәрәк булған иррациональ һандарҙы яҡынса иҫәпләүҙәр ҙур әһәмиәткә эйә була. Арифметика бигерәк тә Һиндостанда һәм ислам илдәрендә йылдам үҫешә, уларҙан математик белемдең өр яңы ҡаҙаныштары Көнбайыш Европаға үтеп инә; Рәсәйҙә математик белем менән «гректарҙан да, һәм латиндарҙан да» танышалар.
Яңы осор тыуыу менән диңгеҙҙә йөҙөү астрономияһы, механикаһы, ҡатмарлашҡан коммерция иҫәпләүҙәре иҫәпләү техникаһына яңы талаптар ҡуя һәм арифметиканың артабанғы үҫешенә этәргес була. XVII быуат башында Непер логарифмдарҙы уйлап таба, ә аҙаҡ Ферма һандар теорияһын арифметиканың үҙ-аллы бүлеге итеп сығара. Быуат аҙағына иррациональ һан тураһында рациональ яҡынлауҙар эҙмә-эҙлелеге булараҡ төшөнсә формалаша, ә артабанғы йөҙ йыллыҡ дауамында Ламберттың, Эйлерҙың, Гаусстың хеҙмәттәре арҡаһында арифметика комплекслы дәүмәлдәр менән ғәмәлдәрҙе үҙ эсенә ала, һәм хәҙерге заман күренешен ала.
↪ дауамы…
Исемлек (121) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы (29 октябрь 1895 йыл — 10 июль 1938 йыл) — йырсы (лирик тенор), композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. Тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» (1929) исеменә лайыҡ булыусы, башҡорт һәм татар профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сәйәси золом ҡорбаны.
Ғәзиз Сәлих (Мөхәмәтсәлих) улы Әлмөхәмәтов 1895 йылдың 29 октябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы) Иҫке Мораптал ауылында тыуған. Милләте башҡорт.
Шәжәрәһе: Амангилде Байморатов (1775—1844) → Әлмөхәмәт (1803—?) → Яхъя (1820—?) → Абдрахман (1857—?) → Мөхәмәтсәлих (1867—?) → Ғәзиз (1895—1938).
Мөхәмәтсәлих һәм Ғәлимә Әлмөхәмәтовтарҙың ғаиләһендә 6 ул үҫә: Абдулла, Абдрахман (1887—?), Ғәзиз, Фәтих (1900—?), Хәбибрахман (1905—?) һәм Ғәлирахман (1912—?). Ғаиләлә тормош ауыр була, атаһы ваҡытлы эштәргә яллана — мал көтә, бесән йыя. Малайҙар бала саҡтан ауыл эшсәндәренең хеҙмәтен белеп атаһына ярҙам иткәндәр. Әсәһе Ғәлимә моңло тауышлы булып бихисап башҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе йырлаған, Аҡмулланың шиғырҙарын яттан белгән..
Атаһы туберкулёз менән ауырып үлгәндән һуң, 1908 йылда Абдрахман ағаһы менән Ташкентҡа китә. Унда йәйен йөҙөм баҡсаларында эшләй, ә ҡышҡы айҙарҙа мәҙрәсәлә уҡый.
1913 йылда Ташкент ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ тәүге тапҡыр сығыш яһай. 1914 йылдан Урта Азия, Ҡаҙағстан, Башҡортостан, Волга буйы, Себер буйлап гастролдәрҙә йөрөй. 1916 йылдан башлап йыш ҡына Ырымбурҙа була, концерттар менән сығыш яһай.
1917 йылда Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. «Тулҡын» башҡорт йәштәре ойошмаһы ағзаһы булып китә. Башҡорт Хөкүмәте тарафынан ойошторолған концерттарҙа, шул иҫәптән Каруанһарайҙа сығыш яһай. 1917 йылдан Өфөлә шағир Шәйехзада Бабич менән берлектә концерттар ҡуя. 1918 йылдың яҙында Башҡортостан Ваҡытлы Революцион Советына ағза итеп һайлана, әммә был вәкәләттәрҙе Ғәзиз Әлмөхәмәтов ҡабул итмәй. Бынан һуң Башҡортостан Ваҡытлы Революцион Советы уны стипендия менән тәьмин итеп Ырымбурға уҡырға ебәрә. Әлеге ваҡытта Әлмөхәмәтовтың Ырымбурҙа уҡыуы хаҡында документтар табылмаған.
1918 йылда Башҡорт хәрби шураһының Ырымбур хәрби бүлеге ҡарамағындағы контрразведка составында хеҙмәт итә. Башҡортостан мөхтәриәтенең Ҡыпсаҡ кантонында Ҡыпсаҡ ирекле отрядын ойоштора, һәм 1918 йылдың 1 авгусында уның командиры итеп тәғәйенләнә.
Концерт репертуарында ариялар, ватан һәм сит ил композиторҙарының ариялары, йырҙары һәм романстары, үҙенең вокал әҫәрҙәре, башҡорт, татар, үзбәк, фарсы, әзербайжан, ҡаҙаҡ халыҡ йырҙары була. Совет композиторҙары йырҙарының, классик арияларының һәм романстарының үҙ тәржемәһендә башҡорт телендә тәүге башҡарыусыһы була: Дж. Вердиҙың «Риголетто» операһынан Герцог йыры, П. И Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһынан Ленскийҙың ариялары, А. С. Пушкиндың шиғырына А. П. Бородиндың «Алыҫ ватандың ярҙары өсөн» (рус. «Для берегов отчизны дальней») романсы, В. И. Лебедев-Кумачтың шиғырына И. О. Дунаевскийҙың «Туған ил тураһында йырҙары» (рус. «Песни о Родине») һәм башҡалар. Концерт һәм композиторлыҡ эшмәкәрлеге менән бер рәттән фольклор әҫәрҙәрен, шул иҫәптән «Ашҡаҙар», «Буранбай», «Тәфтиләү», «Урал» башҡорт халыҡ йырҙарын, Ҡуңыр буға ҡобайырынан өҙөктө яҙып ала.
1921 йылда Башҡортостан АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссариатынан Ташкент консерваторияһына уҡырға йүнәлтеү ала. 1936 йылдың 10 февралендә «Ҡыҙыл Үзбәкстан» гәзитендә бер композитор менән интервью баҫылып сыға, бында Әлмөхәмәтовтың Ташкент консерваторияһында белем алыуы тураһында телгә алына. Әммә бында уҡыуы тураһында әлеге ваҡытта тура дәлилдәр юҡ. 1920-се йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында белем ала. 1920—1930-сы йылдарҙа йырсының тауышы грампластинкаларға яҙҙырыла.
Музыкаль-сәхнә әҫәрен — музыкаль иллюстрациялы «Сания» драмаһын үҙ либреттоһына яҙа, ул тәүге тапҡыр 1922 йылдың яҙында Ташкентта педагогия институты студенттарының көсө менән ҡуйыла{
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
11 август юбилярҙары
|
- Блюменталь Юлий Юлиевич (1870—1944), рәссам, йәмәғәт эшмәкәре. 1907—1912 йылдарҙа Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 3‑сө саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. 1926—1935 йылдарҙа хәҙерге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры, бер үк ваҡытта Башҡорт сәнғәт техникумы (хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы) уҡытыусыһы.
- Потапов Александр Григорьевич (1940), ғалим-тау инженеры. 1963—1995 йылдарҙа Волгоград Нефть сәнәғәте ғилми тикшеренеү һәм проект институтының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1987 йылдан — генераль директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1990—1994 йылдарҙа Волгоград университеты уҡытыусыһы. 1995 йылдан Бөтә Рәсәй тәбиғи газ һәм газ технологиялары ғилми тикшеренеү институтының бүлек начальнигы, 2003 йылдан — Тәбиғи газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү, файҙаланыу һәм скважиналар быраулау үҙәгенең директор урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1984), Рәсәй Федерацияһының почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2008). «Газпром» йәмғиәте премияһы лауреаты (2010). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Потаповка ауылынан.
- Романченко Анатолий Фёдорович (1945), ғалим-инженер-электромеханик. Техник фәндәр докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011). 1975 йылдан Өфө авиация институты, 1982 йылдан — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1991 йылға тиклем сервис техникаһы факультеты деканы, 1993—1999 йылдарҙа көнкүреш тәғәйенләнешендәге машиналар һәм аппараттар кафедраһы, 2002—2013 йылдарҙа —автоматлаштырылған проектлау системалары һәм графика кафедраһы мөдире. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фёдоров Александр Александрович (1945), ғалим-филолог. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2013 йылдарҙа рус филологияһы факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1990—2013 йылдарҙа сит ил әҙәбиәте һәм художество мәҙәниәте кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011). Сығышы менән Ставрополь ҡалаһынан.
- Шамратова Валентина Ғосман ҡыҙы (1950), ғалим-физиолог. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән Ашхабад ҡалаһынан.
|
|