Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 51 235 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары
Һайланған мәҡәлә
Geiserich Liebig Völkerwanderung.jpg

Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе — башлыса Рим империяһының периферияһынан б. э. т. IV быуат урталарында көнсығыштан һундарҙың баҫҡынсылығы арҡаһында башланған IV—VII быуаттарҙағы Европала этник күсенеүҙең дөйөмләштерелгән шартлы атамаһы.

Күп миграцияларҙың катализаторына әйләнгән климатик пессимум иртә урта быуаттарҙа төп ваҡиғаларҙың береһе булған. Бөйөк күсенеүҙе ете-һигеҙ быуатты солғаған глобаль миграцион процестарҙың ҡушма өлөшө булараҡ ҡарарға мөмкин. Күсенеүҙең характерлы үҙенсәлеге булып шул факт, ахыр сиктә, Көнбайыш Рим империяһына (тәүге сиратта Италия, Галлия, Испания һәм Дакияны индереп) бик күп герман күсенеүселәре ынтылған үҙәгендә яңы эраның V быуат башына римлеләр һәм романлашҡан кельт халыҡтары байтаҡ күп йәшәгән. Шунлыҡтан халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе герман ҡәбиләләре һәм романлашҡан ултыраҡ халыҡ араһында мәҙәни, тел, артабан дини низағҡа килтергән. Бөйөк күсенеүҙәр Урта быуаттар осоронда Европа континентында яңы дәүләттәр барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә нигеҙ һалған.

Тикшеренеүселәрҙең күбеһе бөйөк күсенеүҙең сәбәптәре сифатында ярлыланған һәм уңайһыҙ төбәктәрҙән йәшәү өсөн уңайлыраҡ булған ерҙәргә күсенеү тора ти. Иң төп сәбәптәрҙең береһе булып һауа торошоноң климат дөйөм һалҡынлана барыуы, шуға бәйле континенталь климатлы территорияларҙа йәшәгән халыҡ йомшағыраҡ климатлы райондарға ынтылған. Күсенеүҙең иң бейек нөктәһе киҫкен һыуытҡан 535—536 йй. тура килгән тип иҫәпләнә. Уңыш булмауы, сирҙәр артыуы, балалар һәм ҡарттарҙың үлем осраҡтары йыш күҙәтелгән. Һыу баҫыуҙар һәм дауылдар Төньяҡ диңгеҙ яр буйҙарында һәм Көньяҡ Англияла ҡоро ерҙең юғалыуына килтергән. Б. э. VI быуатында Италияла ла һыу баҫыуҙар йыш күҙәтелгән.

Епископ Григорий Турский 580-се йылдарҙа Францияла көслө ҡойма ямғырҙар, насар һауа торошо, һыу баҫыуҙар, күмәк кешенең асығыуы, ашлыҡ уңмауы, һуңлаған ҡырауҙар ҡорбаны булған ҡоштар хаҡында хәбәр иткән. Б. э. VI быуатында Норвегияла крәҫтиән хужалыҡтарының 40 % ташландыҡ хәлдә булған.

Француз тарихсыһы Пьер Рише 793 йылдан 880 йылға саҡлы тормош, 13 йыл дауамында, аслыҡ һәм һыу баҫыуҙарға, ә тотош 9 йыл — сиктән тыш һыуыҡ ҡыштар һәм эпидемиялар менән бәйле булған, тип күрһәткән. Был ваҡытта Үҙәк Европала ала тән йәғни махау сире таралған.

↪ дауамы…

Исемлек (119) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
«Бремен» на верфи.

Караптар эшләү — караптар төҙөүсе ауыр сәнәғәт өлкәһе. Караптарҙы махсус предприятиеларҙа төҙөйҙәр, уларҙың русса атамаһы — верфь.

Караптар төҙөүҙә эшләгән бер кеше уға бәйле иҡтисад өлкәләрендә тағы 4-5 кешегә эш урыны булдыра.

Кешеләрҙең коллектив эшмәкәрлеге өлкәһе булараҡ, карап төҙөү бик боронғо заманда барлыҡҡа килгән. Уның барлыҡҡа килеүе ҙур күләмле караптар төҙөү ихтыяжы тыуыуына бәйле. Караптар төҙөү Боронғо Мысыр, Боронғо Греция, Финикия, Боронғо Ҡытай кеүек илдәрҙә бик ныҡ үҫешә. Урта быуаттарҙа караптар Византияла, Урта диңгеҙ буйындағы һәм Төньяҡ Европа, Боронғо Русь кеүек илдәрҙә күпләп етештерелә.

VII быуаттан башлап көнсығыш славяндарҙа төҙөү схемаһы әкренләп үҙгәрә : ҡабыҡ, йәки тире менән көпләнгән каркаслы (үрелгән) карап эшләүҙән (боронғо караптан) бер ағастан эшләнгән һәм ситтәре бейегәйтелгән имән, йәки йүкәнән соҡоп эшләнгәнгә (набойная ладья), шунан таҡтанан ҡоршап эшләнгән карап эшләүгә күсәләр. VIII быуатта уҡ стапелдәрҙән килле, клинкерлы (обшивка внахлест), алғы һәм артҡы яғы бер тигеҙ осло клинкер — ситтәре бер-береһенең өҫтөнә сығарып беркетелгән таҡта менән көпләнгән караптар һыуға төшөрөлгөн, шулай уҡ тура ситле һәм бер— береһенә ситтәре тейеп торған таҡта көплө йәйпәк, алды осло һәм арты тупаҡ итеп киҫелгәндәре булған, бәлки тигеҙ итеп киҫелгән өлөшлөләре лә булғандыр.

Рәсәйҙең ҡайһы бер райондарында («Гнёздово», «Ильинский погост», «Плакун» һәм башҡа археологик ҡаҙыныу урындарында) славяндарҙың X быуатта мәйеттәрҙе мәжүси йола буйынса кәмәләрҙә яндырған урындарында караптарҙың ҡорос сигәләре (заклепка) табыла.

Одер йылғаһы тамағында IX быуаттың беренсе яртыһына ҡараған елкәнле таҡта караптың, X быуатта сигәләр ҡулланып төҙөлгән «Святовит» карабының ҡалдыҡтары табыла.

XV—XVI быуаттарҙа Португалия һәм Испанияла, һуңыраҡ — Англия, Нидерландтарҙа, Францияла һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙә күпләп караптар төҙөй башлайҙар, бының өсөн кәрәкле сүбәкте — елкәндәр һәм башҡа караптағы кәрәк-яраҡ өсөн Рәсәйҙә һәм Бөйөк Литва кенәзлегендә һатып алғандар.

XVII быуатта Польша илсеһе С. Немоевский Рәсәйҙә күргәндәрен ҡағыҙға теркәп бара: «Беҙҙең баркаларға ҡарағанда ҙурыраҡ, йылан кеүек итеп төҙөлгән караптар бар. Улар араһында буйға 70 аҙым һәм арҡырыға биш сажин ҙурлыҡтағылары, тәрәнлеге биш локоть (ике метр ярым тирәһе) булғаны осрай… Был караптарҙы улар тимер ҡаҙаҡһыҙ эшләй: улар ағас сөйҙәр менән беркеп эшләнгән һәм мүк менән тығылған; вағыраҡ караптарҙы шыйыҡ артыш (можжевельник) сыбыҡтар менән көпләй һәм, бер нимә менән дә һыҙлыҡламайҙар (не конопатят), өҫтөн дегет ҡушылған ыҫмала менән генә буяйҙар. Ләкин улар һыу үткәрмәй».

↪ дауамы…

Исемлек (110) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Хәмит Зөбәйер Ҡушай.

Һуңғы һайланған исемлек: Нобель премияһын алған ҡатын-ҡыҙҙар исемлеге.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (14) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме

Үҙгәртеү | Архив

Бөгөн: 18 март ♦ Кисәге: 17 март ♦ Иртәгә: 19 мартБарлыҡ көндәр

Christmas bell icon.png Байрамдар

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара байрамдар
Crystal locale.png Милли байрамдар
  • Аруба Аруба: Аруба флагы һәм гимны көнө.
  • Франция Франция: Париж коммунаһы көнө.
Social sciences.svg Һөнәри байрамдар

18 март юбилярҙары

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Flag of Sterlitamak.svg
Сатурндың юлдашы Титан

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Проекттар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим