Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 51 113 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары
Һайланған мәҡәлә
Ырымбур башҡорттары. 1870-се йылдар. К. Фишер фотоһы

Карл Андреевич Фишер (1859 — 1923 йылдан һуң, Мәскәү) — билдәле фотограф, Пруссия подданныйы; Мәскәүҙәге «К.Фишер, бывшая Дьяговченко» тип аталған иң эре фотография төшөрөү оҫтаханалары хужаһы. Мәскәү сәнғәт яратыусылар йәмғиәте ағзаһы (1893), Рәсәй фотографик йәмғиәтен ойоштороусыларының береһе һәм уның ағзаһы (1894), Рус нәшер эше эшмәкәрҙәре йәмғиәтенең Мәскәү бүлексәһе советы ағзаһы (19051908).

Һөнәри нигеҙҙә фотограф эшмәкәрлеген Карл Фишер 1878 йылда Ырымбурҙа башлай. 1889 «И. Дьяговченко Һарай фотографияһы дауамсыһы» булып китә. Был эш уға мәрхүм булған Дьяговченконың ҡатыны Матрёна Яковлевнанан күсә. Күпмелер ваҡыттан оҫтахана «Фотография К. А. Фишера, бывшая И. Дьяговченко» тип атала башлай, күрһәң К. Фишер ательены бөтөнләй һатып алғандыр.

1892 йылдан «император театрҙары фотографы» булып китә, ижад оҫталығы артабанғы үҫеш алыуы ике тиҫтә йыл дауам итә.

1894 йылда Мәскәүҙә Рәсәй фотографик йәмғиәтенә (РФЙ) нигеҙ һалына. К. Фишер ойоштороусыларҙың береһе була, ә һуңғараҡ рәйесе (18981907) итеп һайлана, РФЙ-нең почетлы ағзаһы исеменә лайыҡ була (1907).

Октябрь революцияһынан һуң К.А. Фишер эшләүен дауам итә, тик ателье ябыла. Һуңғы тапҡыр Карл Андреевич тураһында 1923 йылда телгә алынған, шул йылы ул бөйөк драматургтың һәйкәл проекты өсөн Рәсәй скульпторы Голубкина Анна Семеновнаға А. Н. Островскийҙың үҙендә һаҡланған фотоларын биргән.

К. Фишерҙың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

↪ дауамы…

Исемлек (117) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
Дәреслектәрҙә йыш ҡына ҡушыуҙа алмалар һәм 3 + 2 = 5 тигеҙләмәһе менән аңлаталар

Ҡушыу (“+” плюс символы менән тамғалана) —– арифметик ғәмәл. һәм һандарын ҡушыу һөҙөмтәһе булып һәм һандарының (ҡушылыусыларының) суммаһы тип аталған һәм тип тамғаланған һан тора.

Ҡушыу-алыу, ҡабатлау һәм бүлеү ғәмәлдәре менән бер рәттән арифметиканың дүрт иң ябай математик ғәмәлдәренең береһе. Ике натураль һанды ҡушыу һөҙөмтәһе был дәүмәлдәрҙең уртаҡ суммаһы була. Мәҫәлән, һүрәттәге өс һәм ике алманан торған комбинация йәғни «3 плюс 2 тигеҙ 5–кә». Емеш-еләкте иҫәпләүҙән тыш ҡушыу ғәмәлен башҡа физик обьекттарҙың комбинацияһы аша күҙалларға мөмкин. Дөйөмләштереү һөҙөмтәһендә ҡушыу ғәмәлен бөтөн һандар, рациональ һандар, ыссын һандар һәм комплекс һандар кеүек абстракт дәүмәлдәр өсөн һәм вектор, матрица кеүек абстракт обьекттар өсөн билдәләргә мөмкин. Арифметикала шулай уҡ кәсер һәм тиҫкәре һандарҙы ҡушыу өсөн махсус ҡағиҙәләр эшләнгән. Алгебрала ҡушыу ғәмәле абстрактлы өйрәнелә.

Дөйөм күренештә ҡушыу ғәмәленошолай яҙалар: , бында где и һәм . Йәғни A күмәклегенән алынған һәр элементтары парына a һәм b-ның суммаһы тип аталған элементы ярашлы ҡуйыла. Ҡушыу ғәмәлен ике аргумент та бер үк элементтар күмәклегенә ингән осраҡта (бер үк типта булғанда) ғына башҡарып була. Ҡушыу ғәмәленең бер-нисә мөһим үҙсәнлеге бар. Мәҫәлән, A – ыссын һандар күмәклеге өсөн:

Коммутативлыҡ:[см. «Коммутативность»]
Ассоциативлыҡ:[см. «Ассоциативность»]
Дистрибутивлыҡ:
Нулдең йотолоу үҙсәнлеге: һанына ҡушҡанда бирелгән һанға тигеҙ һан килеп сыға:

Ҡушыу ғәмәле алыу һәм ҡабатлау ғәмәлдәренә ҡағылған ҡағиҙәләргә лә буйһона. Ҡушыу – һандар менән иң ябай мәсьәләләрҙең береһе. Бик бәләкәй һандарҙы ҡушыу хатта балаларға ла аңлашыла. Иң ябай мәсьәлә: 1+1 биш айлыҡ бала, хатта ҡайһы бер хайуандар тарафынан да сиселергә мөмкин. Башланғыс мәктәптә унарлы иҫәпләү системаһында һанарға өйрәтәләр. Бәләкәй генә һандарҙы ҡушыуҙан башлап мәсьәлә ҡатмарлаша бара.Ҡушыу ғәмәлен башҡарыу өсөн төрлө ҡулайламалар: боронғо абактан башлап хәҙерге заман компьютерына тиклем бар. Ҡушыу ғәмәлен эффективлыраҡ ысул менән башҡарыу әлеге көндә лә актуаль булып ҡала.

↪ дауамы…

Исемлек (108) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Хәмит Зөбәйер Ҡушай.

Һуңғы һайланған исемлек: Нобель премияһын алған ҡатын-ҡыҙҙар исемлеге.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (14) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме

Үҙгәртеү | Архив

Бөгөн: 17 февраль ♦ Кисәге: 16 февраль ♦ Иртәгә: 18 февральБарлыҡ көндәр

Christmas bell icon.png Байрамдар

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара байрамдар
  • Ер: Халыҡ-ара ирекле мәрхәмәтлек белдереү көнө.
Crystal locale.png Милли байрамдар
Social sciences.svg Һөнәри байрамдар
  • Рәсәй Рәсәй: Ҡораллы Көстәрҙең Яғыулыҡ хеҙмәте көнө.
  • Рәсәй Рәсәй: Студент отрядтары көнө.

17 февраль юбилярҙары

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Flag of Sterlitamak.svg
Сатурндың юлдашы Титан

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Проекттар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим