Һайланған мәҡәлә
|
Энцела́д — Сатурндың ҙурлығы буйынса алтынсы юлдашы. Уны 1789 йылда Уильям Гершель аса, ләкин 1980-се йылдар башына, планета-ара ике «Вояджер» зонды уға яҡынлағанға тиклем, ул бик аҙ өйрәнелә. Зондтар ебәргән һүрәттәр Энцеладтың диаметрын билдәләй (500 км тирәһе, йәғни Сатурндың иң ҙур юлдашы булған Титан диаметрының 0,1 өлөшө) һәм Энцеладтың Ҡояш системаһындағы ниндәй ҙә булһа башҡа есемгә ҡарағанда ҡояш нурын күберәк сағылдырыуын асыҡлай. «Вояджер-1» күрһәтеүенсә, юлдаштың орбитаһы тарҡау Е ҡулсаһының үтә тығыҙ өлөшө аша үтә һәм уның менән матдә алмаша. Ошо ҡулса Энцеладты барлыҡҡа килтергәндер, ахырыһы. «Вояджер-2» әллә ни ҙур булмаған был юлдаш өҫтөндәге рельеф күп төрлө булыуын асыҡлай: унда иҫке кратер булып ҡатҡан урындар ҙа, яңы барлыҡҡа килгән бик йәш участкалар ҙа бар (ҡайһы берҙәренең йәше 100 миллион йылға ла етмәй).
2005 йылда Энцеладты «Кассини» планета-ара зонды өйрәнә башлай, һәм ул юлдаштың өҫтө һәм унда барған процестар тураһында ентеклерәк мәғлүмәттәр еткерә. Атап әйткәндә, көньяҡ ҡотоп өлкәһенән фонтан булып атылып торған һыуға бай шлейфты аса (моғайын, ошондай боҙло фонтандар Е ҡулсаһын барлыҡҡа килтергәндер ҙә инде). Был асыш, эске йылылыҡ билдәләре, көньяҡ ҡотоп өлкәһендә эшләп торған кратерҙарҙың бик аҙ булыуы менән бергә, Энцеладта әлеге көнгә тиклем геологик әүҙемлек һаҡланыуын раҫлай. Газ гиганттарының юлдаш системаларындағы йыһан есемдәре йыш ҡына орбиталь резонанстарҙың «ҡапҡанына» барып эләгә, һөҙөмтәлә орбитаның эксцентриситеты тотороҡлана һәм оҙонлоҡ буйынса либрацияһына (тирбәлеүенә) килтерә. Был, үҙ сиратында, Сатурндың өҫтәлмә рәүештә йылыныуына үҙ өлөшөн индерә. Планетаға яҡын юлдаштар уның эстән йылыныуын арттыра, геологик әүҙемлекте шуның менән дә аңлатып була.
Энцелад геологик яҡтан әүҙем: ул — тышҡы Ҡояш системаһында әүҙем атылыуҙар күҙәтелгән өс күк есеменең береһе (әүҙем вулкан атылыу күҙәтелгән Юпитерҙың юлдашы Ио һәм Нептун юлдашы Тритон менән бер рәттән). Был атылыуҙарҙы анализлау уларҙың Энцелад ҡуйынындағы шыйыҡ һыулы океандың аҫтынан сығыуын күрһәтә. Шлейфтың химик составы бик үҙенсәлекле, шуға ла Энцелад астробиологик тикшеренеүҙәр өсөн бик мөһим тип күҙаллана. Шлейфты асыу Энцеладтың Сатурндың Е ҡулсаһы материяһы сығанағы булыуын да раҫлай.
2011 йылда NASA ғалимдары «Enceladus Focus Group Conference» конференцияһында, «Ҡояш системаһында Энцеладтың Ерҙән ситтә беҙ белгән тормош өсөн иң яраҡлы урын» булыуын билдәләй.
NASA-ның Эймстағы Тикшеренеү үҙәгенән астробиолог Крис Маккей 2011 йылда, Ҡояш системаһында тик Энцеладта ғына «шыйыҡ һыу, углерод, аммиак формаһында азот һәм энергия сығанағы бар», тип белдерә. 2014 йылда «Кассини»ҙан алынған мәғлүмәттәрҙе анализлау юлдаш эсендә ҙурлығы буйынса Үрге күлгә торошло океан булыуын күҙалларға нигеҙ бирә, тип иғлан ителә.
2018 йылдың 27 июнендә ғалимдар «Кассини» Энцелад шлейфы ағымынан йыйған өлгөләрҙә ҡатмарлы органик макромолекулалар булыуы тураһында хәбәр итә.
↪ дауамы…
Исемлек (115) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Башҡортостанда бик күп төрлө файҙалы ҡаҙылмалар барлығы билдәле, улар — яғыулыҡтар (нефть, тәбиғи газ, күмер, торф), металл, йәки мәғдәндәр (тимер, баҡыр, марганец, алюмин, хром), металл булмаған ҡаҙылмалар (таш тоҙ, эзбизташ, гипс, фосфориттар, төҙөлөш балсығы һәм ҡомо, биҙәүес таштар), шулай уҡ ер аҫты һыуҙары.
Файҙалы ҡаҙылмаларҙың таралыуы геологик тарих һәм, тимәк, был урындарҙың тәрәндәге төҙөлөшө менән бәйләнгән.
Көнбайыш Башҡортостанда ултырма тау тоҡомдарында яғыулыҡ һәм металл булмаған файҙалы ҡаҙылмалар күберәк таралған. Таулы Башҡортостанда һәм Урал аръяғында магма һәм метаморф сығышлы мәғдән ҡаҙылмалар өҫтөнлөк итә.
Нефть республикала иң мөһим файҙалы ҡаҙылма булып тора. Нефть ятҡылыҡтарын пермь осоронда күмелеп ҡалған риф массивтарында эҙләргә кәрәк. Был ятҡылыҡтар Ишембай нефть төбәген барлыҡҡа килтергән.
Ҙурыраҡ нефть ятҡылыҡтары Туймазы нефть төбәгендә урынлашҡан. Нефть бында карбон ҡатламдарында һәм уларҙан тәрәнерәк ятҡан девон ҡатламдарында асылды. Ятҡылыҡтар төрлө ултырма тоҡомдар ҡатламының ҡабарып торған (антиклиналь) йыйырсыҡтарында урын биләй.
Шкапов-Бәләбәй, Арлан һәм башҡа төбәктәр ҙә нефть ятҡылыҡтарына шаҡтай бай.
Республикала әлегә өйрәнелмәгән майҙандар байтаҡ. Бынан тыш, нефтте платформаның, ултырма япмаһының тәрәнерәк өлкәләренән эҙләү эштәре алып барыла.
↪ д а у а м ы…
Исемлек (106) | Үҙгәртеү
|
|
|
|