Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 49 074 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары


Һайланған мәҡәлә
Hans Sturzenegger - Hermann Hesse mit Panamahut, 1912.jpg

Ге́рман Ге́ссе 2 июль 1877 йыл — 9 август 1962 йыл) — немец яҙыусыһы һәм рәссамы, Нобель премияһы лауреаты (1946).

Герман Гессе 1877 йылдың 2 июлендә Германия империяһының Кальв ҡалаһында немец миссионерҙары ғаиләһендә тыуған. Әсәһе Мария Гундерт (1842—1902) теолог Герман Гундерт ҡыҙы. Атаһы, Иоганнес Гессе (1847—1916), Балтик буйы немецтарынан, Эстляндиялағы Пайде ҡалаһынан, бер ни тиклем ваҡыт Һиндостанда миссионер булып хеҙмәт иткән, Кальвта Гундерт нәшриәтендә эшләгән, шунда Мария менән таныша. Германдан башҡа ғаиләлә тағы өс бала була: Адель (1875—1949), Марулла (1880—1953) һәм Ганс (1882—1935).

Бәләкәй саҡтан уҡ балаларҙы Гессе ғаиләһендә дингә тәрән хөрмәт тәрбиәләйҙәр. Ата-әсәһе улдарының ғаилә традицияларын дауам итеүсе булып үҫеүен теләйҙәр һәм 1881 йылда Базелгә 1881 күсенгәс, малайҙы урындағы миссионерҙар мәктәбенә уҡырға бирәләр,ә һуңыраҡ христиан пансионатына урынлаштыралар. Был йылдарҙа Гессенең һәләттәре һәм ҡыҙыҡһыныу өлкәләре күренә башлай. Ул яҡшы ғына һүрәт төшөрә, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә һәм яҙыусы булараҡ үҙен күрһәтергә тырыша. Уның иң тәүге әҙәби тәжрибәһе тип 1887 йылда, ун йәштә сағында, һеңлеһе Мариулла өсөн яҙылған «Ике туған» әкиәтен атарға булалыр.

1886 йылда ғаилә кире Кальвҡа ҡайта. 1890 йылда Герман Гёппингендағы латин мәктәбенә китә һәм бер йылдан һуң Маульбронндағы монастырь семинарияһына уҡырға инә. Бында ул боронғо телдәрҙе, Евангелиены өйрәнә, боронғо грек шиғриәте һәм классик немец әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына башлай, шиғырҙар яҙа. Был осорҙа тормошонда булған ҡайһы бер ваҡиғаларҙы «Тәгәрмәс аҫтында» («Под колесом», 1906) автобиографик повеста тасуирлай. Маульбронн «Нарцисс һәм Златоуст» (1930) романындағы Мариябронн монастыре прототибы (1930). 1892 йылдың 7 мартында Гессе көтмәгәндә юҡ була. Икенсе көндө уны бесән кәбәнендә йоҡлап ятҡан килеш табалар. Профессорҙар Германдың тәртибенә риза булмай, ипәштәре уның менән ҡатнашырға теләмәй. Майҙа, алты ай уҡығандан һуң, Гессе Маульбронндан Бад-Боллгә китә, тик егеттең һаулығы насарая, ул үҙ-үҙенә ҡул һалырға итә. Ата-әсәһе Германды Штеттендағы психиатрик клиникаға һалырға була. 1892 йыл аҙағында Гессе Каннштадиа гимназияла уҡый башлай, но тик бында ла уҡый алмай, һәм бер йылдан ата-әсәһе кәңәше буйынса Эсслингенда типографияға өйрәнсек булып эшкә инә. Бында ла рәт сыҡмағас, Герман Кальвҡа ҡайта, күпмелер ваҡыт атаһына миссионерҙар нәшриәтендә ярҙам итә. 1894—1895 йылдарҙа Гессе Генрих Перроның сәғәт фабрикаһында механик булып эшләй. Һуңыраҡ Гессе уныңисемен «Игра в бисер» романында бер уйын уйлап сығарыусы итеп һүрәтләй. Сым — ноталар станы, төрлө ҙурлыҡтағы ынйы бөртөктәре- музыкаль теманы һүрәтләндерә.


1895 йылдың октябренән Гессе Тюбингенда Хекенхауерҙың китап лавкаһында эшләй. Бында Герман һатыусы ярҙамсыһы вазифаһын башҡара, иҫәптәр яҙып бирә, китаптарҙы урынлаштыра һәм заказдар ҡабул итә. Кистәрен һәм ял кҡндәрен Гессе үҙ өҫтөндә эшләүгә бағышлай, күп уҡый, шиғырҙар яҙа, ҡайһы берҙәре Венала әҙәби гәзиттәрҙә күренгеләй башлай.

1899 йылда йыйып барған аҡсаһына Герман «Романтик йырҙар» исемле 1898 йылға тиклем яҙылған шиғырҙарҙан торған ҙур булмаған китап сығарта. Ошо уҡ йылда тәүге «Төн ауышҡандан һуң бер сәғәт» хикәйәләр йыйынтығы («Час после полуночи») сыға. Тик ике китап та бәләкәй генә тираж менән сыға һәм бик ауыр һатыла.

↪ дауамы…

Исемлек (111) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
Мортазин Муса Лот улы

Мортазин Муса Лот улы (20 декабрь 1891 йыл27 сентябрь 1937 йыл) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе (1921—1922), Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы командиры (1919—1920). Комбриг (1935). Сәйәси золом ҡорбаны.

Муса Лот (Лотфулла) улы Мортазин 1891 йылдың 20 февралендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Күбәләк-Тиләү улусы Көсөк ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылы) тыуған. Милләте буйынса башҡорт.

Әсәһе — Орҡоя Собханғол ҡыҙы. Шәжәрәһе: Мортаза → Көсөк → Моратшаһ → Лот → Муса. Моратшаһ Көсөков (1796—?) Башҡорт ғәскәрендә зауряд-есаул булып хеҙмәт итә. Көсөк Мортазин 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша һәм Пугачёв есаулы була, уның исеме буйынса Көсөк ауылы атала.

1911 йылға ҡәҙәр Байрамғол ауылы мәктәбендә уҡый, артабан ошо мәктәптә мөғәллим булып эшләй. 1912 йылдың ноябрендә хәрби хеҙмәткә алына, Владивостокта Алыҫ Көнсығыштағы 9-сы Себер артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә. 1913 йылда уҡыу командаһын тамамлай, бомбардир-наводчик (артиллерияла ефрейтор) званиеһын ала, шул уҡ йылдан Русский утрауында хеҙмәт итә башлай.

Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1914 йылдың сентябрендә 9-сы Себер артиллерия бригадаһының 1-се батарея составында Варшава тирәһенә Көнбайыш фронтҡа ебәрелә. 1914 йылдың сентябрендә вице-фейерверкер (кесе унтер-офицер) званиеһын ала. 1915 йылдан Румыния фронтында һуғыша. 1916 йылдың 15 авгусында башы яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1916 йылда уға фейерверкер (унтер-офицер) званиеһы бирелә.

1917 йылдың майында, мосолман һалдаттарынан делегат булараҡ, Мәскәүҙә үткән I Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында ҡатнаша.

↪ д а у а м ы…

Исемлек (104) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (12) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Blue Rose Flower Blooms (Rosaceae).jpg
Буялған күк роза.

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Бөгөн: 1 июль

Christmas bell icon.png Байрамдар

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара байрамдар
Crystal locale.png Милли байрамдар
Social sciences.svg Һөнәри байрамдар

♦ Кисәге: 30 июнь ♦ Иртәгә: 2 июльБарлыҡ көндәр

1 июль юбилярҙары *

♦ Кисәге: 30 июнь ♦ Иртәгә: 2 июльБарлыҡ көндәр
* Башҡортостан Республикаһының милли архивы мәғлүмәте буйынса

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Проекттар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим