Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Википедия — һәр кем бушлай ҡуллана алған ирекле онлайн энциклопедия.
Уны төҙөүҙә теләге һәм һәләте булған һәр кеше ҡатнаша ала.
Әлеге ваҡытта башҡорт телендә 40 033 мәҡәлә бар.
Матбуғат айы
Башҡорт Википедияһы барғыҙҙы ла башҡорт телендәге ваҡытлы матбуғатҡа яҙылырға саҡыра.

Өлгө өсөн һәр википедиясы башҡорт телендәге иң кәмендә бер баҫмаға яҙылырға йөкләмә алды.
Башҡорт Википедияһының «Матбуғат айы» рубрикаһында ай дауамында башҡорт телендәге баҫмалар һәм уларҙа эшләгән арҙаҡлы шәхестәр тураһында Википедия мәҡәләһе баҫтырыласаҡ. Уҡығыҙ, мәғлүмәт өҫтәгеҙ, баҫмаға яҙылығыҙ!
Бөгөн «Башҡортостан» гәзитенә яҙылырға өндәйбеҙ.

Bashkortostan logo.jpg

Башҡортостан — ижтимағи-сәйәси гәзит. Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт телендә Өфө ҡалаһында нәшер ителә. Гәзитте ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Баш мөхәррире — Азамат Рәмил улы Юлдашбаев.

Баҫма республиканың район һәм ҡалаларындағы көндәлек ижтимағи-сәйәси хәлдәрҙе яҡтырта, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте буйынса материалдар сығара, шулай уҡ башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренән төрлө характерҙағы материалдарҙы даими биреп бара. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары тураһында очерктар һәм һүрәтләмәләр һәр ваҡыт донъя күрә. Бынан тыш гәзиттә көнитмештең төрлө яҡтарына ҡағылған һәм сәнәғәт, иҡтисад, хоҡуҡ, әхлаҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, тирә-яҡ мөхит, спорт өлкәләрен яҡтыртҡан башҡа темаларға ла, уҡыусылар хаттарына ла күпләп урын бирелә.

ХХ быуаттың һуңғы һәм ХХI быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында гәзит аҙнаһына биш мәртәбә, ҡайһы бер йылдарҙа 30 меңдән дә артҡан тираж менән баҫылһа, һуңғы йылдарҙа аҙнаға дүрт тапҡыр сыға. Йома көн һаны «Башҡортостан» — «Йома» исеме аҫтында икеләтә күләмдә донъя күрә, үҙаллы индекс менән уға айырым яҙылыу ойошторолған.

дауамы...

Үҙгәртеү

Һайланған мәҡәлә
Норт Дам да Пари тәҙрәһе

Матурлыҡ — камиллыҡты аңлатҡан эстетик категория. Ниндәй ҙә булһа бер объекттың төрлө яҡтары күҙәтеүселә юғары ләззәт уятырлыҡ гармониялы тап килеүе. Матурлыҡ — мәҙәниәттең иң мөһим категорияларының береһе. Йәмһеҙлек, шөкәтһеҙлек һәм килбәтһеҙлек матурлыҡҡа ҡапма-ҡаршы булғанды аңлатыусы төшөнсәләр.

Матурлыҡ төшөнсәһе антик осорҙан башлап ысынбарлыҡты, йәшәйеште философик аңлауҙа мөһимдәрҙең береһе булып ҡарала. Боронғо грек философтары матурлыҡты объектив күренеш тип аңлаған һәм уны Ғаләмдең камиллығы, донъяны бер тәртипкә ҡорған йыһан (космос) менән бәйләгән.

  • Пифагор мәктәбе матурлыҡты математика менән берҙәмлектә ҡараған: пропорциялары алтын киҫелеш менән тап килгән предметтар (әйберҙәр) матурыраҡ тойола. Классик грек архитектураһы матурлыҡты нәҡ ошолай аңлауға нигеҙләнгән була.
  • Сократ осоронан матурлыҡ онтологик мәғәнәлә генә түгел, ә иҫ-аҡыл һәм аң категорияһы булып ҡарала башлай. Сократтың үҙе өсөн матурлыҡ ғаләм ҡоролошоноң иң мөһим категорияларының береһе булған.
  • Аристотель матурлыҡ төшөнсәһен, камиллыҡ кәүҙәләнеше булараҡ, тулыһынса әхлаҡи категорияға индергән.
  • Платон буйынса, кеше тыуғансы матурлыҡ һәм пак уй-фекер мөхитендә була. Матурлыҡты һәм яҡшылыҡ-изгелекте юғары уй-фекер булараҡ ҡабул итеү уның философик ижадының төп мотивы булып тора.

Антик философтарҙың матурлыҡты аңлауы Плотин хеҙмәттәрендә дөйөмләштереп йомғаҡлана. Уларҙа матурлыҡ илаһилыҡҡа һәм иҫ киткес гүзәллеккә күтәреүсе көс тип ҡарала. Умберто Эко мөхәррирлегендәге «Матурлыҡ тарихы» («История Красоты») исемле бай баҫмала кешелектең бөтә дауамында матурлыҡты аңлау тарихы тикшерелә.

↪ дауамы…

Исемлек (97) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
1. Төньяҡ ҡотоп Көньяҡ магнит ҡотоп

Көньяҡ ҡотоп, Көньяҡ полюс — Ер шарының әйләнеү күсәре Көньяҡ ярымшар яғында ер йөҙөн киҫеп үткән урын. Антарктидалағы Поляр яҫы тау эсендә бейеклектә урынлашҡан.

Көньяҡ ҡотоп тирәһендә боҙ ҡалынлығы — 2840 метр. Һауаның уртаса температураһы −48,9 °C (иң юғары −12,3 °C, иң түбән −82,8 °C).

1911 йылдың декабрь айында Көньяҡ Ҡотопҡа Руаль Амундсен етәкселегндәге норвег экспедицияһы барып етә. Был төркөмдә шулай уҡ Олаф Бьоланд, Сверр Хассел, Хельмер Хансен һәм Оскар Вистинг була. 1912 йылдың ғинуар айында — Роберт Скотт етәкселегендәге инглиз экспедицияһы Көньяҡ Ҡотопты яйлай. 1929 йылда американлы Р. Бэрд беренсе булып Көньяҡ Ҡотоп өҫтөнән самолётта осоп үтә. 1958 йылда В. Фукс һәм Э. Хиллари етәкселегендәге британ-Яңы Зеландия экспедицияһы Уэдделл дингеҙенән Росс дингеҙенә Көньяҡ Ҡотоп аша беренсе тапҡыр саңғыла һәм сылбырлы тәгәрмәсле тракторҙа трансарктик юл үтә.

Көньяҡ Ҡотопта 1957 йылдан АҠШ-тың Амундсен-Скотт ғилми станцияһы эшләй. Боҙҙар күсеше арҡаһында 2006 йылда станция ҡотоптан 100 метр самаһы ситтә булыуы билдәләнә. Көньяҡ ҡотопта боҙ аҫтында юғары энергиялы нейтрино детекторы IceCube эшләй. Детектор 1450—2450 метр боҙ аҫтында урынлашҡан, 1 кубик километр боҙ Черенков радиаторы урынына файҙаланыла.

1819 йылдың 31 мартында Крузенштерн диңгеҙ министры де Траверсеға поляр һыуҙарҙы өйрәнеү зарурлығы тураһында хат ебәрә. Хатта Крузенштерн ике экспедиция әҙерлергә тәҡдим итә — Төньяҡ һәм Көньяҡ ҡотопҡа. Һәр экспедицияға икешәр судно ебәрергә планлаштыра. 1819—1821 йылдарҙағы Көньяҡ ҡотоп экспедицияһына айырыуса иғтибар бүлә.

Нәтижәлә Антарктиданы аса, әммә көньяк материктың һыҙаттары һәм геологияһы XIX быуат аҙағына тиклем билдәһеҙ булап ҡала.


↪ д а у а м ы…

Исемлек (93) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (11) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Hans Gude - By the Mill Pond - Google Art Project.jpg
«Тирмән быуаһы» (1850), Ханс Фредрик Гуде.

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Бөгөн: 11 октябрь

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара

  • БМО Халыҡ-ара ҡыҙҙар көнө.

Crystal locale.png Милли

Hoplite helmet.svg Тарихи ваҡиғалар

Башҡа ваҡиғалар |Үҙгәртеү | 12 октябрь

11 октябрь юбилярҙары *

Үҙгәртеү | 12 октябрь
* Башҡортостан Республикаһының милли архивы мәғлүмәте буйынса

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Ырымбур өлкәһе Кваркен районы флагы

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә


Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Өмә
    * Һайланған мәҡәләләргә кандидаттар | Яҡшы мәҡәләгә кандидаттар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим