Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Википедия — һәр кем яҙа алған ирекле онлайн энциклопедия.
Хәҙер башҡорт телендә 39 297 мәҡәлә бар.
Һайланған мәҡәлә
Dali Allan Warren.jpg

Сальвадо́р Дали́ (тулы исеме Сальвадор Доме́нек Фелип Жасинт Дали и Доме́нек, маркиз де Пу́боль; 11 май 1904(19040511), Фигерас — 23 ғинуар 1989, Фигерас) — испан рәссамы, графигы, скульпторы, режиссёры, яҙыусыһы. Сюрреализмдың иң билдәле вәкилдәренең береһе.

Түбәндәге фильмдар өҫтөндә эшләй: «Андалуз эте», «Алтын быуат», «Арбалған». «Сальвадор Далиҙың үҙе һөйләгән йәшерен тормошо» (1942), «Бер даһиҙың көндәлеге» (1952—1963), Oui: The Paranoid-Critical Revolution (1927—33) тигән китаптар һәм «Анжелюс Милленың фажиғәле мифы» тигән эссе авторы.

Сальвадор Дали Испанияла 1904 йылдың 11 майында Жирона провинцияһының Фигерас ҡалаһында хәлле нотариус ғаиләһендә тыуа. Милләте буйынса каталон була, үҙен уның вәкиле итеп тоя һәм тоғролоҡ һаҡлай. Апаһы һәм ағаһы була, ағаһы (1901 й. 12 октябре — 1903 й. 1 авгусы) менингиттан үлә. Ата-әсәһе уның ҡәберендә Сальвадорға ағаһының реинкарнацияһы булыуы хаҡында әйтә.

Кескәй сағында Дали бик зирәк, тик тәкәббер һәм тынғыһыҙ бала була.

Бер ваҡыт ул баҙар майҙанында һура торған кәнфит арҡаһында тауыш сығара, халыҡ йыйылып китә, полицейскийҙар кибет хужаһының сиеста ваҡытында ла кибетте асыуын һәм тыңлауһыҙ малайға әлеге тәмлекәсте бүләк итеүен үтенә. Ул үҙ һүҙлеләнеп йә хәйләләп булһа ла һәр ваҡыт үҙенекен эшләтергә, гел айырылып торорға, иғтибар үҙәгендә булырға тырыша.

Күп һанлы комплекстары, ҡурҡаҡлығы (сиңерткәнән һәм башҡа нәмәләрҙән ҡурҡа) ғәҙәти мәктәп тормошона ҡушылып китергә, башҡа балалар менән дуҫлашырға ҡамасаулай. Ләкин аралашыуға һыуһап, балалар менән яҡынайыу өсөн бөтә көсөн һала, уларҙың коллективына, иптәш сифатында булмаһа, башҡа берәй рәүештә, дөрөҫөн әйткәндә, ҡулынан килгән берҙән-бер ролдә — шаҡ ҡатырғыс һәм тыңлауһыҙ, сәйерерәк, алйотораҡ, башҡаларҙың фекеренә гел генә ҡаршы төшә торған бала булараҡ булһа ла инергә тырыша. Мәктәптә ҡомарлы уйындарҙа отолһа ла, үҙен еңеүсе кеүек тота, тантана итә. Ҡайһы берҙә тик торғандан һуғышырға керешә.

↪ дауамы…

Исемлек (94) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
HA 20.jpg

Балыҡтар  — хайуандар донъяһының айырым класы; айғолаҡ аша һыуҙа эрегән кислород менән һулыш алыусы умыртҡалыларҙың ҙур төркөмө; йөҙгөстәр ярҙамында хәрәкәт итәләр. Һалҡын ҡанлы һыу хайуандары.

Балыҡтар тоҙло һәм сөсө һыуҙарҙа, тау шишмәләренән алып океан тәрәнлектәренә тиклем тереклек итә.

Балыҡтар һыу экосистемаһында аҙыҡ сылбыры булараҡ ҙур роль уйнай, шулай уҡ кеше өсөн аҙыҡ булып тора. Балыҡтарҙың ҙурлығы 7,9 мм-ҙан алып (Paedocypris progenetica) 13,7 м-ға тиклем (кит акулаһы).

Донъяла 25 000—31 000 балыҡ төрө барлығы билдәле. Рәсәйҙә 3000 төрө тереклек итә, шул иҫәптән 280 сөсө һыу балығы.

Зоологияның балыҡтарҙы өйрәнә торған фәне ихтиология тип атала.

Төҙөлөшө, туҡланыуы, үрсеүе һәм йәшәү реүеше буйынса 2 класҡа: кимерсәклеләргә һәм һөйәклеләргә буленә.

Күпселек кимерсәкле балыҡтар диңгеҙҙәрҙә йәшәй, айырым төрҙәре генә сөсө һыуҙа осрай.

Хәҙер йәшәгән кимерсәкле балыҡтарҙың төҙөлөшөндә ҡайһы бер боронғо билдәлер: кимерсәкле һөлдә; йөҙөү ҡыуығы юҡ; айғолаҡ ҡапҡастары юҡ, шуға ла, айғолаҡ тишектәре (5-7) тыштан күренеп тора; башының аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан арҡыры ауыҙ тишеге һәм башҡалар һакланған.

Был төркөмгә акулалар һәм скаттар инә.

↪ д а у а м ы…

Исемлек (93) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (11) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Цветение липы в Башкортостане..JPG
Башҡортостанда йүкә сәскә ата

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Бөгөн: 2 июль

Башҡа ваҡиғалар |Үҙгәртеү | 3 июль

2 июль юбилярҙары *

Үҙгәртеү | 3 июль
* Башҡортостан Республикаһының милли архивы мәғлүмәте буйынса

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Billetes en euros.jpg
  • Евро валютаһы банкноттары дизайнын австрия рәссамы Роберт Калина уйлап тапҡан. Артабан ул Босния һәм Герцеговина маркаһы, Сүриә фунты (2010 йылдағы модификация), Әзербайжан манаты банкноттары дизайнын тәҡдим итә.
  • Ҡарман ДРЭС-ы эргәһендә балыҡсылыҡ хужалығында йылына 700 кг бикре ыуылдырығы етештерелә.
  • «Көтөлмәгәнлек тик яҡшы әҙәбиәттә булмай, ә Тормош мәғәнәһеҙ ваҡиғалар менән тулы». Ремарк Эрих Мария, Триумф аркаһы (1945).
  • Java телендә яҙылған программалар виртуаль Java-машина (JVM) башҡара торған байт-кодҡа «тәржемә» ителә. Java-машина — интерпретатор кебе, бай-кодты эшкәртеп, инструкцияларҙы компьютерға тапшыра. Программаларҙың бындай юл менән эшләүе байт-кодтың компьютер архитектураһынан һәм операцион системала бәйһеҙлеген килтерә. Шуның өсөн Java-Java программа-машина булған барлыҡ йыһаздарҙа ла башҡарыла ала.
  • Хәҙерге әзербайжан әлифбаһы төрөк әлифбаһы нигеҙендә төҙөлгән. Ул 32 хәрәфтән тора. Шул иҫәптән 29 хәреф төрөк әлифбаһынан, 3 хәреф телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Х Х, Q q хәрефтәре.

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә


Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Өмә
    * Һайланған мәҡәләләргә кандидаттар | Яҡшы мәҡәләгә кандидаттар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим