Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Википедия — һәр кем яҙа алған ирекле онлайн энциклопедия.
Хәҙер башҡорт телендә 37 518 мәҡәлә бар.
Һайланған мәҡәлә
Volunteers of America Soup Kitchen WDC.gif

Бөйөк депрессия  — Икенсе донъя һуғышына тиклем ун йылға һуҙылған донъя кимәлендәге иҡтисади рецессия. Бөйөк депрессия төрлө илдә төрлө ваҡытҡа тура килә. Күп илдәрҙә башлыса 1929 йыл тирәһендә башлана, 1930 йылдар аҙағында, 1940 йылдар башында тамамлана (иң көслө осоро 19291933 йылдарға тура килә. Ул 20-се быуаттағы иң оҙон, донъя буйлап иң ныҡ таралған, иң тәрән депрессия була.

Рецессия Америка Ҡушма Штаттарында 1929 йылдың 24 октябрендә фонд биржаһында акция хаҡтарының ҡырҡа түбән төшөүенән башлана (был көн Ҡара шишәмбе исеме аҫтында билдәле), һәм тиҙ арала донъяның һәр иленә тиерлек тарала. Ул башлыса Көнбайыш Европаның үҫешкән илдәренә ҡағыла, сәнәғәт, ауыл хужалығы тауарҙарына хаҡтар ҡырҡа төшә, эшһеҙлек кимәле күпкә арта.

Ҡайһы бер илдәр 1930 йылдың урталарына аяҡҡа баҫа башлай, әммә күпселек илдәрҙә рецессия Икенсе донъя һуғышына тиклем дауам итә.

1929 йылдың 29 октябрендә Америка Ҡушма Штаттарының Уолл-Стрит фонд биржаһында акциялар хаҡы ҡырҡа төшә, артабан был көндө Ҡара шишәмбе тип атайҙар. Тарихсылар йыш ҡына Бөйөк депрессияның башланыуын ошо ваҡиға менән бәйләй. Әммә күптәр быны кире ҡағып, фонд биржаһындағы хәлде Бөйөк депрессияның сәбәбе итеп түгел, ә һөҙөмтәһе итеп билдәләй.

Хатта 1929 йылдағы Уолл-Стрит ваҡиғаһынан һуң да күпмелер ваҡыт иҡтисади хәлдең яйланыуына ышаныс һаҡлана. Фонд биржаларының эшмәкәрлеге 1930 йылдарҙың башында тергеҙелә һәм 1929 йылдың апреле кимәленә әйләнеп ҡайта, был 1929 йылдың сентябре кимәленән 30 процентҡа тиерлек ҡайтыш була.

↪ дауамы…

Исемлек (90) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
Ирәктеләрҙең миграцияһы

Ирәкте — башҡорт ҡәбиләһе.

Ирәкте башҡорттары XV быуатта Ыҡ йылғаһы бассейнына Мейәс үҙәненән күсеп килгән көнсығыш (ҡара-табын) һәм көнбайыш табындарҙың тоҡомдары булып торалар. Был мәғлүмәт ҡәбилә шәжәрәһендә сағыла, уның буйынса ирәктеләрҙең боронғо башлығы Майҡы бей һәм уның нәҫеленән сыҡҡан Ҡара-Табын бей булып торалар. Ҡара-Табындың улы Сулман бей осоронда ирәктеләрҙең ата-бабалары Мейәс буйынан Ыҡ йәки Кама буйҙарына күсеп килгәндәр. Шәжәрәгә ярашлы ирәктеләрҙең ата-бабаларының береһе Әхмәт-Шәйех бей (йәғни Шәйех-Әхмәт бей) Ыҡ буйында йәшәгән осорҙа ҡәбиләнең башлығы була. Ырыу шәжәрәһе буйынса уның икенсе исеме — Ирәкте була. 1523 йылғы ҡазан ханы Сәхипгәрәйҙең грамотаһына ярашлы Шәйех-Әхмәт бейгә һәм уның 7 яҡындарына тарханлыҡ биреп уларға ер бүлеп бирелгән. Бында улар XV—XVI быуаттарҙа Ҡазан ханлығы сиктәрен һаҡлап ханға хеҙмәт итеп, башҡа башҡорт ҡәбиләләре — байлар, бүләр һәм юрмыйҙар эргәһендә төпләнгәндәр.

XVI быуатта ирәкте ҡәбиләһенең башлығы Иҫән хан Ҡазан ханлығына Рус дәүләте менән көрәштә ҡорал менән ярҙам иткән, ә Ҡазан ҡолағас батша Иван IV подданлыҡҡа барған. Һуңыраҡ Иҫән хан балыҡсы, гәрә, ирәкте, ҡайпан (танып), байҡы (унлар), таҙлар һәм уран башҡорт ырыуҙары һәм ҡәбиләләре берләшмәһенең етәксеһе булған. XVI быуат аҙағында ирәктеләрҙең ҙур өлөшө Тере Танып һәм Беүә йылғалары араһына күсәләр, бында уларҙың ерҙәре гәрә, таҙ һәм танып ҡәбиләләре биләмәләренә күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Уҫы даруғаһының Ирәкте улусын тәшкил итә. Риүәйәттәр буйынса, был яҡтарҙа ирәктеләргә төньяҡта башҡа халыҡтар менән оҙаҡ көрәшергә тура килә...

↪ д а у а м ы…

Исемлек (91) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (11) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Батман, көбө. Ярат ауылы музейы.jpg
Батман. Баймаҡ районы Ярат ауылында мәктәп музейы.

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Бөгөн: 1 март

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара

  • БМО флагы БМО — Халак-ара наркомания һәм наркобизнесҡа ҡаршы көрәш көнө.
  • Ер Бөтә донъя граждандар оборонаһы көнө.
  • Ер Халыҡ-ара маҡтау һүҙе көнө.

Crystal locale.png Милли

Hoplite helmet.svg Тарихи ваҡиғалар

Башҡа ваҡиғалар |Үҙгәртеү | 2 март

1 март юбилярҙары

Үҙгәртеү | 2 март

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Baschkirenstein.jpg

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә


Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Өмә
    * Һайланған мәҡәләләргә кандидаттар 
    * Яҡшы мәҡәләгә кандидаттар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Викиһүҙлек Викиөҙөмтә Дәреслек Викитөрҙәр Викияңылыҡтар Сәйәхәт Викимилек Мета-вики Университет Викикитапхана Мәғлүмәт Инкубатор
Һүҙлек Өҙөмтә Дәреслек Төрҙәр Яңылыҡтар Сәйәхәт Милек Мета Университет Китапхана Мәғлүмәт Инкубатор