Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Википедия — һәр кем яҙа алған ирекле онлайн энциклопедия.
Хәҙер башҡорт телендә 36 905 мәҡәлә бар.
Һайланған мәҡәлә
150524 Konzerthaus Berlin (Nacht) - clone.jpg

Берли́н  — Германия Федератив Республикаһының баш ҡалаһы, халыҡ һаны һәм территория ҙурлығы буйынса Германиялағы иң ҙур ҡала. Лондондан һуң Берлин — майҙаны буйынса Европа Берләшмәһендә икенсе урында.

Берлин — ГФР составындағы 16 ерҙең береһе. Ҡала Шпрее (шул арҡала Берлинды «Шпреелағы Афина» тип тә йөрөтәләр) һәм Бранденбург федераль ерҙең үҙәгендәге Хафель йылғалары ярында урынлашҡан.

1200 йылға тиклем хәҙерге Берлин ҡалаһы урынында Кёльн һәм Берлин исемле ике сауҙа итеү ауылы булған. Уларҙың ҡасан ҡала исеме хоҡуғы алыу ваҡыты аныҡ ҡына билдәле түгел. Кёльндың ҡала булараҡ телгә алыныуы 1237 йылда, ә Берлиндыҡы 1244 йылда теркәлгән. 1307 йылда ике ҡала берләшеп, уртаҡ ҡала идараһы булдырыла. 1400 йылда берләшкән Берлин ҡалаһы халҡы 8 000 кеше тәшкил итә. «Кёльн»дың тарихи исеме Нойкёльн районында сағылыш таба.

Берлин 1417 йылдан Бранденбург маркграфлығы/курфюрлығының һәм Пруссияның (Бранденбург менән Пруссия герцоглығы ҡушылғас) баш ҡалаһы, Германия империяһы булдырылғас, уның баш ҡалаһы була.

Икенсе Бөтә Донья һуғышы тамамланғас, Ялта конференцияһы ҡарарына ярашлы, Берлин, Совет оккупацияһы зонаһында урынлашыуына ҡарамаҫтан, 4 еңеүсе-держава тарафынан оккупация секторҙарына бүленә.

↪ дауамы…

Исемлек (90) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
Dreadnoughtus Reconstruction with Environment by Jennifer Hall.jpg

Диноза́врҙар  — мезозой эраһында Ер йөҙөндә 160 йыл буйы хакимлек иткән умыртҡаһыҙ ер өҫтө һөйрәлеүселәре отряды. Улар хакимлек иткән осор — яҡынса һуңғы триас осоронан (225 миллион йыл элек) аҡбур осоро аҙағына тиклем (65 миллион йыл элек). Аҡбур осоронан өсөнсөл осорға күскән ваҡытта, сағыштырмаса ҡыҫҡа геологик ваҡыт эсендә, бик күп хайуандар һәм үҫемлектәр юҡҡа сыға. Динозаврҙарҙың ҡаҙылдыҡ ҡалдыҡтары планетаның бөтә континенттарында ла табылған. Палеонтологтар тарафынан 500-ҙән артыҡ төрө булыуы тураһында яҙылған, улар ике төркөмгә бүленә — ҡоштар һәм кәҫәрткеләр.

Ер аҫтында табылған ҙур һөйәктәрҙе боронғо заманда Троян һуғышында ҡатнашыусыларҙан ҡалған тип, Урта быуаттарҙан XIX быуатҡа тиклем туфан ҡалҡыуы ваҡытында һәләк булған бәһлеүән һөйәктәре тип иҫәпләгәндәр. Алыҫ Көнсығышта аждаһа һөйәктәре, уларҙың дауалау сифаты бар тип ҡарағандар. «Динозавр» терминын беренсе тапҡыр 1842 йылда инглиз биологы Ричард Оуэн ҡуллана, ул үҙҙәренең ҙурлығы менән хайран ҡалдырырлыҡ ташҡа әйләнгән боронғо кәҫәртке ҡалдыҡтарын өйрәнә. Таксономик исеме буйынса динозаврҙың теше, тырнағы һәм башҡа үҙенсәлеген күрһәтһә лә, Оуэн был терминды ҙурлығына ҡарап биргән. Оуэн диназаврҙарҙы икенсел осорҙоң ҡалын тиреле хайуандары тип атаған. XIX быуатта ҡалып тирелеләр тип ҙур бегемоттарҙы, филдәрҙе һәм носорогтарҙы, ә икенсел осор тип мезозой осорон атағандар.


1824 йылда Король геология йәмғиәте президенты Уильям Бакэнд Юра осоро сланецтарында табылған бик боронғо хайуан һөйәктәре табылыуы хаҡында сығыш яһай. Сағыштырмаса анатомия белгесе Жорж Кювье ярҙамы менән Бакленд табылған һөйәктәрҙе гигант йыртҡыс кәҫәрткенеке тип квалификациялай, һәм уны мегалозавр, йәғни «ғәйәт ҙур кәҫәртке» тип атай.

↪ д а у а м ы…

Исемлек (91) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (11) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Павловская ГЭС.jpg
Ҡарман ДРЭС-ы

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә


Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Бөгөн: 18 ғинуар

Башҡа ваҡиғалар |Үҙгәртеү | 19 ғинуар

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Baschkirenstein.jpg

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Өмә
    * Һайланған мәҡәләләргә кандидаттар * Яҡшы мәҡәләгә кандидаттар*

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Викиһүҙлек Викиөҙөмтә Дәреслек Викитөрҙәр Викияңылыҡтар Сәйәхәт Викимилек Мета-вики Университет Викикитапхана Мәғлүмәт Инкубатор
Һүҙлек Өҙөмтә Дәреслек Төрҙәр Яңылыҡтар Сәйәхәт Милек Мета Университет Китапхана Мәғлүмәт Инкубатор