Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Википедия — һәр кем яҙа алған ирекле онлайн энциклопедия.
Хәҙер башҡорт телендә 36 780 мәҡәлә бар.
Һайланған мәҡәлә
11-се башҡорт кантонының 18-се йорто мисәте

Татарстан башҡорттары — Татарстан Республикаһында йәшәгән башҡорттар.

Шартлы рәүештә ике төркөмгә бүленә: беренсеһенә — Татарстандың көнсығыш төбәктәрендәге ерле башҡорттарҙың вариҫтары, икенсеһенә совет һәм советтан һуңғы осорҙарҙа Урал-Волга буйының башҡа төбәктәренән республикаға күсеп килгән башҡорттар инә. Ибн Фаҙлан мәғлүмәттәренә ярашлы, 921—922 йылдарҙа Волга буйы Болғары менән башҡорттар иле араһындағы сик Оло Сәрмәсән йылғаһы буйлап үткән. X—XIII бб. көнбайыш башҡорттар Волга буйы Болғары составында була. Ҡайһы бер башҡорт ҡәбиләләре Волга буйы болғарҙарынан сыҡҡан. Башҡорт телендә вокализм болғар теленең тура вариҫы булған сыуаш телендәге һуҙынҡылар системаһына оҡшаш. 1229 йылдың яҙында татар-монголдарҙың утыҙ меңле ғәскәре Көнбайышҡа йүнәлә һәм көҙгә Яйыҡ менән Волга буйы далаларына килеп етә, унда башҡорттар һәм уларҙың союздашы булған болғарҙар яғынан ҡаты ҡаршылыҡҡа осрай. 1232 йылда татар-монголдар Волга буйы Болғарының баш ҡалаһы Биләрҙе алырға йыйына, ләкин Оло Сәрмәсән һәм Ҡондорса йылғалары буйындағы оборона һыҙығында тотҡарланып ҡала. XIII быуат башында Көнсығыш Европаның ҙур өлөшө монгол-татарҙар һөжүменә дусар була. Илбаҫарҙар ябырылыуын тәүгеләрҙән булып Болғар дәүләте татый, уның составында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ла була. Волга буйы Болғарын ҡыйратҡандан һуң Башҡортостан 1236 йылда монголдар власы аҫтында ҡала, 1243 йылда Батый хан нигеҙләгән Алтын Урҙаға инә. Башҡорттар Алтын Урҙа ханына яһаҡ түләргә тейеш була, яһаҡ хатта имсәк балаларға ла һалына

↪ дауамы…

Исемлек (90) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
Dreadnoughtus Reconstruction with Environment by Jennifer Hall.jpg

Диноза́врҙар  — мезозой эраһында Ер йөҙөндә 160 йыл буйы хакимлек иткән умыртҡаһыҙ ер өҫтө һөйрәлеүселәре отряды. Улар хакимлек иткән осор — яҡынса һуңғы триас осоронан (225 миллион йыл элек) аҡбур осоро аҙағына тиклем (65 миллион йыл элек). Аҡбур осоронан өсөнсөл осорға күскән ваҡытта, сағыштырмаса ҡыҫҡа геологик ваҡыт эсендә, бик күп хайуандар һәм үҫемлектәр юҡҡа сыға. Динозаврҙарҙың ҡаҙылдыҡ ҡалдыҡтары планетаның бөтә континенттарында ла табылған. Палеонтологтар тарафынан 500-ҙән артыҡ төрө булыуы тураһында яҙылған, улар ике төркөмгә бүленә — ҡоштар һәм кәҫәрткеләр.

Ер аҫтында табылған ҙур һөйәктәрҙе боронғо заманда Троян һуғышында ҡатнашыусыларҙан ҡалған тип, Урта быуаттарҙан XIX быуатҡа тиклем туфан ҡалҡыуы ваҡытында һәләк булған бәһлеүән һөйәктәре тип иҫәпләгәндәр. Алыҫ Көнсығышта аждаһа һөйәктәре, уларҙың дауалау сифаты бар тип ҡарағандар. «Динозавр» терминын беренсе тапҡыр 1842 йылда инглиз биологы Ричард Оуэн ҡуллана, ул үҙҙәренең ҙурлығы менән хайран ҡалдырырлыҡ ташҡа әйләнгән боронғо кәҫәртке ҡалдыҡтарын өйрәнә. Таксономик исеме буйынса динозаврҙың теше, тырнағы һәм башҡа үҙенсәлеген күрһәтһә лә, Оуэн был терминды ҙурлығына ҡарап биргән. Оуэн диназаврҙарҙы икенсел осорҙоң ҡалын тиреле хайуандары тип атаған. XIX быуатта ҡалып тирелеләр тип ҙур бегемоттарҙы, филдәрҙе һәм носорогтарҙы, ә икенсел осор тип мезозой осорон атағандар.


1824 йылда Король геология йәмғиәте президенты Уильям Бакэнд Юра осоро сланецтарында табылған бик боронғо хайуан һөйәктәре табылыуы хаҡында сығыш яһай. Сағыштырмаса анатомия белгесе Жорж Кювье ярҙамы менән Бакленд табылған һөйәктәрҙе гигант йыртҡыс кәҫәрткенеке тип квалификациялай, һәм уны мегалозавр, йәғни «ғәйәт ҙур кәҫәртке» тип атай.

↪ д а у а м ы…

Исемлек (91) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (11) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
2016 йылды оҙатыу.jpg
2016 йылды оҙатыу Ғафури районы Ерек ауылында

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә


Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Бөгөн: 8 ғинуар
  • Монако Монако — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.

Башҡа ваҡиғалар |Үҙгәртеү | 9 ғинуар

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Baschkirenstein.jpg

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Өмә
    * Һайланған мәҡәләләргә кандидаттар * Яҡшы мәҡәләгә кандидаттар*

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Викиһүҙлек Викиөҙөмтә Дәреслек Викитөрҙәр Викияңылыҡтар Сәйәхәт Викимилек Мета-вики Университет Викикитапхана Мәғлүмәт Инкубатор
Һүҙлек Өҙөмтә Дәреслек Төрҙәр Яңылыҡтар Сәйәхәт Милек Мета Университет Китапхана Мәғлүмәт Инкубатор