Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һайланған мәҡәлә |
«Афина мәктәбе» — Рафаэлдең иң билдәле фрескаһы (1509-10)
Яңырыу, йәки Ренесса́нс (фр. — Европа илдәренең урта быуаттарҙан һуңғы фән һәм сәнғәттең көслө үҫеше менән билдәләнгән яңы осоро; архитектурала гуманистик йүнәлеште яңынан ҡайтарыуға ынтылған ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни хәрәкәт; XIV б. Италияла башлана һәм Европа илдәрендә XV-XVI бб. дауам итә ; Европа мәҙәниәте тарихындағы донъя әһәмиәтенә эйә булған, Урта быуаттарға алмашҡа килгән дәүер, Мәғрифәтлектең элгәре. Италияла XIV быуат башынан (ҡалған Европала — 15-16 быуаттарҙан) — XVI быуат аҙағына тиклем, ҡайһы бер урындарҙа XVII быуаттың тәүге тиҫтә йыллыҡтарынаса ваҡыт арауығын алып тора. Яңырыу дәүерен айырып торған һыҙаттар — мәҙәниәттең донъяуи төҫ алыуы, гуманлылығы һәм кешене үҙәккә ҡуйыуы (антропоцентризм). Антик мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу күтәрелә, йәғни уның «яңырыуы» бара — термин шунан алынған да инде.
Яңырыу термины итальян әҙәмиәтселәрендә, мәҫәлән, Джорджо Вазариҙа уҡ осрай. Хәҙерге мәғәнәһендә термин XIX быуаттағы француз тарихсыһы Жюль Мишле тарафынан ҡулланыуға индерелә. Әлеге осорҙа Яңырыу термины мәҙәни сәскә атыу метафораһына әйләнгән.
Яңы мәҙәни үрнәк Европалағы ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең тамырҙан үҙгәреүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
Яңырыу дәүере башланыуында Византия дәүләтенең ҡолауы һәм, китапханаларын, Европаға таныш булмаған күп төрлө антик сәнғәт әҫәрҙәрен алып, византийҙарҙың Европаға ҡасыуы айырым әһәмиәткә эйә була.
↪ дауамы…
Исемлек (90) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә |
Аҡмулла (ысын исеме — Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы; 1831 йылдың 14(27) декабре, Ырымбур губернаһы, Бәләбәй өйәҙе, Туҡһанбай ауылы — 1895 йылдың 8(20) октябре, Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе, Һарыҫтан ауылы янында) — күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе. Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала.
Аҡмулла башҡорт теле үҫешендә ҙур роль уйнай, уның ижады ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәттәре үҫешенә әһәмиәтле йоғонто яһай, уның исеме төркмәндәр, ҡарағалпаҡтар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң билдәле була.
Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы 14 (26) декабрь 1831 йылда Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе 12-се Башҡорт кантоны Күл-Иле-Мең улусының (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районының) Туҡһанбай ауылында хәлле ғаиләлә тыуа. Архив мәғлүмәттәре буйынса, атаһы Камалетдин Ишҡужа улы (1805—1869) һәм әсәһе Бибиөмөгөл Сәлимйән ҡыҙы (1809—?) Күл‑Иле‑Мең улусының аҫаба башҡорттары була ↪ д а у а м ы…
Исемлек (88) | Үҙгәртеү
|
|
|
|