Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Википедия — һәр кем яҙа алған ирекле онлайн энциклопедия.
Хәҙер башҡорт телендә 36 365 мәҡәлә бар.
Һайланған мәҡәлә
«Афина мәктәбе» — Рафаэлдең иң билдәле фрескаһы (1509-10)

Яңырыу, йәки Ренесса́нс (фр.  — Европа илдәренең урта быуаттарҙан һуңғы фән һәм сәнғәттең көслө үҫеше менән билдәләнгән яңы осоро; архитектурала гуманистик йүнәлеште яңынан ҡайтарыуға ынтылған ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни хәрәкәт; XIV б. Италияла башлана һәм Европа илдәрендә XV-XVI бб. дауам итә ; Европа мәҙәниәте тарихындағы донъя әһәмиәтенә эйә булған, Урта быуаттарға алмашҡа килгән дәүер, Мәғрифәтлектең элгәре. Италияла XIV быуат башынан (ҡалған Европала — 15-16 быуаттарҙан) — XVI быуат аҙағына тиклем, ҡайһы бер урындарҙа XVII быуаттың тәүге тиҫтә йыллыҡтарынаса ваҡыт арауығын алып тора. Яңырыу дәүерен айырып торған һыҙаттар — мәҙәниәттең донъяуи төҫ алыуы, гуманлылығы һәм кешене үҙәккә ҡуйыуы (антропоцентризм). Антик мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу күтәрелә, йәғни уның «яңырыуы» бара — термин шунан алынған да инде.

Яңырыу термины итальян әҙәмиәтселәрендә, мәҫәлән, Джорджо Вазариҙа уҡ осрай. Хәҙерге мәғәнәһендә термин XIX быуаттағы француз тарихсыһы Жюль Мишле тарафынан ҡулланыуға индерелә. Әлеге осорҙа Яңырыу термины мәҙәни сәскә атыу метафораһына әйләнгән.

Яңы мәҙәни үрнәк Европалағы ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең тамырҙан үҙгәреүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

Яңырыу дәүере башланыуында Византия дәүләтенең ҡолауы һәм, китапханаларын, Европаға таныш булмаған күп төрлө антик сәнғәт әҫәрҙәрен алып, византийҙарҙың Европаға ҡасыуы айырым әһәмиәткә эйә була.

↪ дауамы…

Исемлек (90) | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
Kurkkuja.jpg

Ҡыяр — ваҡ һары сәскәле, еле һабаҡлы, оҙонса йәшелсә биргән баҡса үҫемлеге һәм шуның йәшелсәһе; ҡабаҡтар ғаиләһендәге бер йыллыҡ үлән үҫемлек, ырыу төрө ҡыяр. Үрмәләп үҫкән һабағының оҙонлоғо 1,5 метрға етә. Июнь—июль айҙарында сәскә ата.

Һабағы ҡырлы, ябай мыйыҡлы. Япрағы сиратлы, айырсалы, бысҡы ситле. Сәскәһе һары, ике енесле: аталары — 5-әрләп йәки 7-шәрләп тәлгәшкә йәки ҡалҡансаға йыйылған, инәләре — яңғыҙ, һирәгерәк 2—3-әр, япраҡ ҡуйынында. Емеше — төрлө формалағы ҡабаҡ. Емештәре 100—400 орлоҡло йәки орлоҡһоҙ (партенокарпик).

Ҡыярҙы тәү тапҡыр өй янында һиндостанлылар үҫтереп ҡарай. Библияла ул Египет йәшелсәһе тип билдәләнгән. Ҡыяр боронғо гректарға һәм римлыларға ла таныш булған. Урта быуаттарҙа Европала үҫтерелә башлай. Ә Рәсәйгә ул XV быуатта ғына килеп етә. Шул уҡ ваҡытарҙан ул бик танылып, популярлашып китә. Ниндәй ергә төртһәң дә шытып сығыр был йәшелсә ҡабаҡтар ғаиләһенә ҡарай. Ә ботаниктар фекеренсә ул емеш!

Ул иң түбән калориялы йәшелсә булып иҫәпләнә. 100 грам ҡыяр ни бары 15 ккал аш ҡиммәтенә эйә. Составында май бөтөнләй юҡ, 95-98 проценты һыуҙан тора.

↪ дауамы…

Исемлек (88) | Үҙгәртеү

Сифатлы мәҡәлә, исемлектәр, порталдар

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Сифатлы мәҡәләләр (11) | Исемлектәр һәм порталдар (0, 1) | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Mount Yamantau.jpg
Ямантау. Белорет районы, Башҡортостан.

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Яңы мәҡәлә


Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Бөгөн: 2 ноябрь

Башҡа ваҡиғалар |Үҙгәртеү | 3 ноябрь

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Өмә
Яҡындағы саралар

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Викиһүҙлек Викиөҙөмтә Дәреслек Викитөрҙәр Викияңылыҡтар Сәйәхәт Викимилек Мета-вики Университет Викикитапхана Мәғлүмәт Инкубатор
Һүҙлек Өҙөмтә Дәреслек Төрҙәр Яңылыҡтар Сәйәхәт Милек Мета Университет Китапхана Мәғлүмәт Инкубатор