Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һайланған мәҡәлә
Иудаизм (бор. грек. Ἰουδαϊσμός ), «йәһүд дине» (Йәһүд батшалығына исем биргән Йәһүдә ырыуы атамаһынан, һуңынан, Икенсе ҡорам осоронан (б.э.т. 516 — б.э. 70 бб.), йәһүд халҡының атамаһына әйләнә — йәһ. יהודה ) — йәһүд халҡының дини, милли һәм этик ҡараштары, кешелектең иң боронғо монотеистик диндәренең береһе.
Күп телдәрҙә «йәһүд» һәм «иври (еврей)» төшөнсәләре бер термин менән йөрөтөлә һәм һөйләшеү барышында уларға айырма яһалмай, был иврилыҡты иудаизмдағы аңлатыуға тап килә. Хәҙерге рус телендә «еврей» һәм «йәһүд» төшөнсәләре араһында айырмаға бар, береһе иври (еврей) милләтен, икенсеһе иудаизм диненә ҡарағанлыҡты белдерә, грек теле һәм мәҙәниәтендә лә шундай бүленеш бар. Башҡорт телендә бындай бүленеш күҙәтелмәй. Иудаизм ивриҙан күпкә киңерәк төшөнсәгә эйә булған грек һүҙенән — Ioudaiosтан килеп сыҡҡан.
Йәһүдтәр — йәһүд булып тыуған һәм ҡабул иткәндәрҙе лә эсенә алған этнодини төркөм. 2010 йылда бөтә донъяла йәһүдтәр һаны 13,4 миллион, йәғни Ерҙә йәшәүселәрҙең 0,2%-ы, тип иҫәпләнә. Уларҙың 42%-ы Израилдә, 42%-ы — АҠШ менән Канадала , ҡалғандарының күпселеге Европала йәшәй.
Йәһүд тигән һүҙҙең баш мәғәнәһе — Йәһүд батшалығы кешеһе, һуңғарыраҡ — Рим провинцияһы булған Йәһүдиәлә йәшәүсе, йәки Йәһүдә ырыуына ҡараған исраил. Төньяҡ Исраил батшалығы ҡолағас, халҡы әсирлеккә алып кителә һәм Йәһүдиә батшалығы бөтә халыҡтың вәкиле булып тороп ҡала, шул саҡтан «йәһүд» атамаһы «иври» атамаһына тулыһынса тиерлек тиңләшә.
↪ дауамы...
Исемлек | Үҙгәртеү
Яҡшы мәҡәлә
Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы (2 (14) ғинуар 1895 — 28 март 1919 ) — күренекле башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт Хөкүмәте (1917—1919) ағзаһы.
Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Әсән ауылында тыуған.
Шәйехзаданың атаһы Мөхәмәтзакир — Ҡаңлы улысының аҫаба башҡорто , Бабичевтар менән 1852 йылда Ҡаңлы улысының Көйөк түбәһендә нигеҙләнгән Ҡыйғаҙытамаҡ ауылынан 1887 йылда Әсән ауылының икенсе мәхәлләһенең имам хатибы булараҡ күсерелә. Шәйехзаданың әсәһе — Сажиҙәбанат хәҙрәт Мөхәмәтһаҙый Шиһабетдинов тың ҡыҙы булған. Бабичевтар шәжәрәһе артабанғыса булған: Бабич (?—?) → Мөхтәр (1742—1822) → яу есаулы Ишбулды (1778—1814) → указлы мулла Ғилуан (Ғәлийән) (1811—?) → Мөхәмәтзакир (1847—1922) → Шәйехзада (1895—1919). Ҡайһы бер документтарҙа Бабич үҙенең сығышын «Ҡаңлы башҡорто» тип яҙа, ә «Башҡорт» гәзитендәге мәҡәләһендә — «Ҡаңлы балаһы» тип ҡултамға ҡуя. Шағирҙың ижадында ла уның башҡортлоғо асыҡ сағылыш таба.
Шәйехзада башланғыс белемде тыуған ауылында, атаһы, Әсән мәхәлләһенең указлы муллаһы, Мөхәмәтзакирҙың мәҙрәсәһендә ала.
1910—1911 йылдарҙа Ҡаҙағстанда Кустанай яҡтарындағы Дүсәнбай ауылында ҡаҙаҡ балаларын уҡыта.
↪ дауамы…
Исемлек | Үҙгәртеү
Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Шәжәрәләре буйынса Ғәли Соҡоройҙоң , Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың һәм Мәжит Ғафуриҙың тамырҙары табын ҡәбиләһенең башлығы Майҡы бейға барып тоташа.
2015 йылдың 18 июнендә Рамаҙан айы башлана. Ислам ҡанундары буйынса, бәлиғ булған һәр мосолманға был айҙа Ураҙа тотоу фарыз .
«Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосы урыҫ телендә тәүге тапҡыр «Куз-Курпяч, башкирская повесть, писанная на башкирском языке одним курайчем и переведенная на российский в долинах гор Рифейских, 1809 года» исеме аҫтында 1812 йылда Т. С. Беляев типографияһында нәшер ителә.
1938 йылдың 12 майында Токиола М. Ғ. Ҡорбанғәлиев етәкселегендә төҙөлгән Токио йәмиғ мәсете асыла.
Бынан 290 млн йылдар элек хәҙерге Башҡортостан биләмәләрендә башкиросаурустар йәшәгән. Бәләбәй районында табылған гигант ер-һыу хайуаны ҡалдыҡтарын палеонтологтар шулай тип атаған.
1922 йылдың 14 июлендә Өфө , Бөрө , Бәләбәй өйәҙҙәре бергә ҡушылыуҙан Оло Башҡортостан барлыҡҡа килә.
Ергә Ҡояш йылыһы һәм яҡтыһының 2 миллиардтан бер өлөшө генә килеп етә, ҡалғаны космосҡа тарала. Ҡояш энергияһының шул миҡдары ғына ла Ерҙә фотосинтез , һыу әйләнеше, һауа хәрәкәте, дауылдар һәм штормдар тыуҙыра.
Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим