Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Клеопатра VII — (грек телендә Κλεοπάτρα Φιλοπάτωρ; б.э.т. 69 йылдың ғинуары — б.э.т. 30 йыл, 12 август) — Боронғо Мысырҙың эллинистик дәүер батшаһы, ҡустылары Птолемей XIII һәм Птолемей XIV менән (ул ваҡыттағы ҡанундар буйынса, ул ҡустылары менән рәсми никахта була), аҙаҡ килеп, үҙе хакимлыҡ итә. Фирғәүен булған дәүерендә ул Юлий Цезарь, һуныңан Марк Антонийҙы арбап, улар ярҙамында үҙенең тәхеттә хакимлығын нығытыуға ирешә. Клеопатраның үлеме менән, көнсығыш Урта диңгеҙ өлкәһендә эллинистик дәүер тамамланып, Рим дәүере башлана. Клеопатра — Боронғо Мысырҙың һуңғы фирғәүене (уның улы Цезарион рәсми рәүештә генә Октавиан Август тарафынан үлтерелгәнгә тиклем фирғәүен була).
Клеопатраның атаһы — Птолемей XII Авлет Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең ғәскәр башлығы, Птолемей династияһына нигеҙ һалыусы македон Птолемей I Сотерҙың тура вариҫы була. Б.э.т. 58—55 йылдарҙа Птолемей XII тәхеттән ҡолатыла һәм Мысырҙан ҡыуыла, уның урынына тәхеткә Клеопатраның апаһы Береника IV ултыра.
↪ дауамы...
Исемлек | Үҙгәртеү
|
|
|
Туғандаш проекттар:
Төрки телдәрендәге бүлектәр:
|