Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Википедия — һәр кем яҙа алған ирекле энциклопедия.
Хәҙер башҡорт телендә 32 539 мәҡәлә бар.
Мәҡәлә яһарға Биш таған Ҡоролтай Embassy 1000 әһәмиәтле мәҡәлә
Һайланған мәҡәлә
Coat of arms of Egypt (Official).svg

Мысы́р (шулай уҡ Египет, ғәрәп телендә مصر‎‎ Миср/Miṣr [misˤɾ], мысыр ғәрәп телендә مصر Маср/Maṣr [ˈmɑsˤɾ], урыҫ телендә Египет), рәсми исеме — Мысыр ғәрәп республикаһы, — Африканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һәм Азиялағы Синай ярымутрауында урынлашҡан ил, Синай ярымутрауы ярҙамында Африканан көньяҡ-көнбайыш Азияға оҙон күпер яһап тора. Майҙаны — 1 001 450 кв. км. Мысыр төньяҡтан Урта диңгеҙ, төньяҡ-көнсығыштан Газа секторы һәм Израиль менән, көнсығыштан Ҡыҙыл диңгеҙ, көньяҡтан Судан һәм көнбайыштан Ливия менән сикләнгән. Башҡалаһы — Ҡаһирә.

Мысырҙа 80 миллиондан ашыу кеше йәшәй; уларҙың күпселеге Нил буйында, бик аҙ өлөшө сүллектәрҙә йәшәй.

Мысыр үҙенең боронғо цивилизацияһы һәм донъяляғы иң билдәле һәйкәлдәре, шулар араһында Гизалағы пирамидалар һәм Ҙур Сфинкс менән танылған. Көньяҡтағы Луксор ҡалаһын «асыҡ һауалағы иң оло музей» тип атайҙар — бында Карнак һарайы, Батшалар үҙәне һымаҡ бик күп боронғо архитектура һәйкәлдәре урынлашҡан.

↪ дауамы...

Исемлек | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
Colosseum in Rome, Italy - April 2007.jpg

Колизе́й (лат. colosseus — бик ҙур) йәки Флавий амфитеатры (лат. Amphitheatrum Flavium) — Боронғо Римдәге архитектура ҡоматрҡыһы, амфитеатр; боронғо заманда төҙөлөп беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған мәшһүр ҡоролма.

Римдә Эсквилин, Палатин һәм Целиев ҡалҡыулыҡтарының уйпатлығында урынлашҡан.

Флавийлар династияһы императорҙары берләшеп төҙөгән боронғо донъяның ҡоролмаһы һигеҙ йыл буйы төҙөлә: Веспасиан императоры дәүерендә беҙҙең эраның 72 йылда башлана, беҙҙең эраның 80 йылында тамамлана һәм император Тит изге тип иғлан итә. Амфитеатр Нейрон алтын йорто урынында урынлаша.

Колизей тарихы 68 йылдан башлана, был ваҡытта ун дүрт йыл буйы сикләнмәгән власть менән хакимлек итеүсе Неронды, хыянат итеүсе проториан гвардияһы һәм хөкөм итеүсе сенат, Рим янындағы виллала үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр итә. Нерондың үлеме ун һигеҙ айлыҡ граждандар һуғышына сәбәпсе була, һуғыш 69 йылда тамамлана.

↪ дауамы...

Исемлек | Үҙгәртеү

Аҙна рәсеме
Soyuz TMA-16 approaching ISS.jpg
Союз ТМА-16 йыһан карабы Халыҡ-ара космос станцияһына яҡынлаша. 2 октябрь, 2009 йыл.

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Бөгөн: 27 июнь
  • Ер Бөтә донъя балыҡсылар көнө.
  • Вьетнам Вьетнам — Тэт Доаннго көнө.
  • Джибути Джибути — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
  • Рәсәй Рәсәй — Йәштәр көнө.

Үҙгәртеү | 28 июнь

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Туғандаш проекттар
Төрки телдәрендәге бүлектәр