Баш бит
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөйө́к депре́ссия (ингл. Great Depression) — Икенсе донъя һуғышына тиклем ун йылға һуҙылған донъя кимәлендәге иҡтисади рецессия. Бөйөк депрессия төрлө илдә төрлө ваҡытҡа тура килә. Күп илдәрҙә башлыса 1929 йыл тирәһендә башлана, 1930 йылдар аҙағында, 1940 йылдар башында тамамлана (иң көслө осоро 1929 — 1933 йылдарға тура килә. Ул 20-се быуаттағы иң оҙон, донъя буйлап иң ныҡ таралған, иң тәрән депрессия була.
Рецессия Америка Ҡушма Штаттарында 1929 йылдың 29 октябрендә фонд биржаһында акция хаҡтарының ҡырҡа түбән төшөүенән башлана (был көн Ҡара шишәмбе исеме аҫтында билдәле), һәм тиҙ арала донъяның һәр иленә тиерлек тарала. Ул башлыса Көнбайыш Европаның үҫешкән илдәренә ҡағыла, сәнәғәт, ауыл хужалығы тауарҙарына хаҡтар ҡырҡа төшә, эшһеҙлек кимәле күпкә арта.
Ҡайһы бер илдәр 1930 йылдың урталарына аяҡҡа баҫа башлай, әммә күпселек илдәрҙә рецессия Икенсе донъя һуғышына тиклем дауам итә.
↪ дауамы...
Исемлек | Үҙгәртеү
|
Футбо́л (ингл. foot — аяҡ, ball — туп) — командалы спорт уйын төрө, төп маҡсаты — ярышташтың ҡапҡаһына ҡулһыҙ ғына (аяҡ йәки башҡа тән ағзалары ярҙамында) мөмкин тиклем күп тапҡыр туп индереү. Хәҙерге ваҡытта донъяла иң популяр һәм киң билдәле спорт төрө.
Донъя футбол федерацияһы һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты халыҡ-ара уйынды рәсми рәүештә «футбол» тип атайҙар. Уйындың инглиз телендәге тулы исеме «association football» («Ассоциация ҡағиҙәләре буйынса футбол») 1863 йылда, инглиз Футбол ассоциацияһы барлыҡҡа килгәс, уйынды башҡа футбол төрҙәренән (регби («rugby football»), «Регби мәктәбе ҡағиҙәләре буйынса футбол»). Һүҙе 1892 йылдан ҡуллана. Ваҡыт үтеү менән оҙон исем ҡыҫҡартылған.
«Соккер» термины Англияла 1880 йылдарҙа барлыҡҡа килгән («association» һүҙенән «-soc-» өлөшөнә «-er» суффиксы өҫтәлгән).
↪ дауамы...
Исемлек | Үҙгәртеү
|
|
|
Төрки телдәрендәге бүлектәр
|