Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Википедия — һәр кем яҙа алған ирекле энциклопедия.
Хәҙер башҡорт телендә 31 678 мәҡәлә бар.
Мәҡәлә яһарға Биш таған Ҡоролтай Embassy 1000 әһәмиәтле мәҡәлә
Һайланған мәҡәлә
Blason paris 75.svg

Пари́ж (франц. Paris [paˈʁi] (пари́)) — Францияның башҡалаһы, илдең мөһим иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Ул Францияның урта өлөшөнөң төньяғында, Иль-де-Франс төбәгендә, Сена йылғаһы буйында урынлашҡан. Париж халыҡ-ара әһәмиәткә эйә — унда ЮНЕСКО, OECD һәм Халыҡ-ара сауҙа палатаһының штаб-фатирҙары урынлашҡан.

Ҡала Париж бассейны үҙәгендә, диңгеҙ кимәленән яҡынса 65 м бейеклектә урынлашҡан. Париждың йәшәү биләмәләре 35 километрға һуҙылған ҡулса юл менән сикләнгән. Ҡаланың көнсығышындағы Венсен һәм көнбайышындағы Булонурмандарын индереп, Париждың периметры 54,74 км тәшкил итә. Ҡаланың майҙаны шул урман-парктарҙы ла индереп, 105 км2, ә уларһыҙ 87 км2, шул рәүештә Франция коммуналары араһында 113-сө урында тора.

Ҡала киңлеге көнсығыштан-көнбайышҡа 18 км, ә төньяҡтан көньяҡҡа 9,5 километрға етә.

↪ дауамы...

Исемлек | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
AlexanderTheGreat Bust.jpg

Искәндә́р Зөлҡәрнә́й (грек. Μέγας Aλέξανδρος, шулай уҡ Александр III, Бөйөк Александр, мосолман илдәрендә Искәндәр Зөлҡәрнәй (Ҡушмөгөҙлө Искәндәр) исеме аҫтында билдәле — беҙҙең эраға тиклемге 336 — 324 йылдарҙағы Македонияның хакимы. Ул тарихҡа иң уңышлы хәрби етәксе булараҡ билдәле — ул бер яуҙа ла еңелмәгән. Ғүмеренең аҙағына ул Боронғо Грецияға билдәле донъяның күпселек өлөшөн үҙенә буйһондора.

Уның баҫып алыу сәйәсәте быуаттарға һуҙылған Грек колонизацияһының һәм Грек мәҙәниәтенең йоғонтоһо йыраҡ илдәрҙә көсәйеүенең, шулай уҡ Эллинистик дәүерҙең башланғысы булып тора. Искәндәр үҙе иһә тарихта һәм Грек һәм башҡа мәҙәниәт мифтарында йәшәй.

Искәндәр Македонияның баш ҡалаһы Пеллала б.э.т. 356 йылдың 21 июлендә тыуа. Уның атаһы — Македонияның хакимы Филипп II, әсәһе — Филипптың дүртенсе ҡатыны, Эпир принцессаһы Олимпиада.

↪ дауамы...

Исемлек | Үҙгәртеү

Бөгөнгө рәсем
Бөгөн: 7 февраль

Үҙгәртеү | 8 февраль

Беләһеңме?

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Туғандаш проекттар
Төрки телдәрендәге бүлектәр